Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2022, 18:20

Пенсия нисә нисә йәштән тәғәйенләнер?

Бөгөнгө көндә бер тин дә һалым түләмәй дәүләт елкәһендә генә ятыусыларҙың һаны артты. Кем эшләмәй – шул ашамай, тигән әйтемдең мәғәнә үҙенсәлеге юғалып барған кеүек.

Пенсия нисә нисә йәштән тәғәйенләнер?
Пенсия нисә нисә йәштән тәғәйенләнер?

Пенсия реформаһы һуңғы йылдарҙа халыҡтың йәнен ныҡ көйҙөрә. Кемдер ғүмере буйы ауыр эштәрҙә бил бөгөп тә, хаҡлы ялға сыҡҡас осон-осҡа ялғап йәшәй, кемдер, иһә бәхетле йондоҙ аҫтында ғына тыуған тиерһең. Бер көн эшләмәһә лә ғүмере буйы уны дәүләт йәлләп ҡарай. Һуңынан нисектер пенсияһын да ҡайырып алып, күкрәк һуғып йөрөй.

Әлеге ваҡытта был юҫыҡҡа ҡағылышлы яңы закондар сығарырға уйлайҙар. Ул, бигерәк тә, гүзәл заттарға ҡағыласаҡ. Ун биш йыл эш стажы булған өс балалы әсәй – илле етелә, дүрт балалыһы – илле алтыла, биш балалаһы – илле йәштә хаҡлы ялға сыға ала, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды.

Ағымдағы йылда пенсия коэффициенты 21 балдан  23,4 балға тиклем күтәреләсәк. Тик уның өсөн дә 12 – 13 йыл эш стажы кәрәк буласаҡ икән.

shonkar.com

Пенсия нисә нисә йәштән тәғәйенләнер?
Пенсия нисә нисә йәштән тәғәйенләнер?
Автор:
Читайте нас: