Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2023, 09:18

"Был юлдан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем..."

Дүсән ауылынан Флүзә Мулләхмәт ҡыҙы Әфләтүнова ғүмерен балалар уҡытыуға арнай. 

"Был юлдан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем..."
"Был юлдан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем..."

Һәр кемдең иҫтәлектәре, шатлыҡ-һөйөнөстәре, уй-хыялдары, уның бала сағы менән бәйләнгән. Бына шул матур иҫтәлектәр араһында, шаҡтай ҙур урынды мәктәп тупһаһынан ашатлап ингән көндән алып, ҙур тормошҡа оҙатып ҡалыусы уҡытыусы биләй. Үҙенә ҙур ышаныс менән баҡҡан балаларҙы ул белем донъяһына алып керә, хеҙмәт һәм ижад шатлығын тойорға өйрәтә, унан шәхес тәрбиәләүгә бар көсөн һала. Арабыҙҙа ғүмерҙәрен йәш быуынға белем биреүгә арналған педагогтар бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Дүсән ауылынан Флүзә Мулләхмәт ҡыҙы Әфләтүнова.

Флүзә Мулләхмәт ҡыҙының бөтә хеҙмәт биографияһы мәктәп менән бәйле. Уҡытыусымын, тигән кешегә уҡыусыларына белем тауына үрләргә ярҙам итеү теләге генә етмәйҙер, уларҙың күңел торошон аңларлыҡ һиҙгерлек тә, эшеңә ижади ҡараш та, яуаплылыҡ та кәрәктер. Ә бит ул, уҡытыусы һөнәрен һайлармын, тип уйламай ҙа, хыялдары башҡасараҡ була.

- Үҙенә белем алыу форсаты теймәгәнгәлер, әсәйем Хәлимә Буранғол ҡыҙы мине уҡытырға тырышты. Ә бала саҡ хыялыма килгәндә, йырсы булырға ине иҫәбем. Стәрлетамаҡ культура–ағартыу училищеһына документтарымда тапшырғайным да инде, әсәйем “артист та булған һөнәр” тип ризалашманы, шуға уның теләге буйынса уҡытыусы булып киттем. Эшләү дәүерендә, бер нисә быуын балалар уҡыттым: тәүҙә ата-әсәләрен, шунан балаларын һәм ейәндәрен. Был юлдан киткәнемә үкенмәйем, ни тиһәң дә, уҡытыусы баланы ла тәрбиәләй, үҙен дә тәрбиәләй, - ти, мәғариф ветераны.

Ҡаныҡай ауылы ҡыҙы, 1973 йылда Белорет педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, Дүсән урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ эшкә килә.

- Ул ваҡытта мәктәп директоры булып РәсәйФедерацияһының мәғариф отличнигы Әхмәр Ғәзиз улы Ғәлимов эшләй ине. Бер аҙҙан миңә математика һәм музыка дәрестәрен алып барыуҙы йөкмәттеләр. Ә инде бер йыл эшләгәс, ситтән тороп Өфөләге М.Аҡмулла исемендәге педагогия институтының филология факультетына уҡырға индем. Уҡыған осорҙа өс бала таптым, шул ваҡытта әсәйемдең ҙур ярҙамын тойҙом, уға дүрт-биш айлыҡ сабыйҙарымды ҡалдырып сессияға китә инем. Артабан дипломлы белгес булараҡ, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара башланым. Уҡытыусы эше бик тынғыһыҙ, икешәр смена эшләргә тура килде, етмәһә, ул ваҡытта юлдар ҙа юҡ ине, көн һайын күрше ауылға йөрөү еңел булманы. Шулай ҙа мәктәптә эшләү күңелемә ятты, тәжрибәле коллегаларым һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итте. Минең директорҙарҙан да бәхет булды, Фәнзил Хәләф улы, Зоя Ҡадир ҡыҙы, Зәйтүнә Вәрис ҡыҙы, шулай уҡ завуч Минзия Асылгәрәй ҡыҙы ғәҙел генә түгел, кеше хәленә лә керә белгән етәкселәр ине. Ҡасандыр ошо мәктәпкә килеп «батҡаным» өсөн һис үкенмәйем һәм тормошомдо башҡа итеп күҙ алдына ла килтермәйем, - ти, 34 йыл эш стажына эйә булған педагог.  

Үҙ предметын “һыу кеүек эскән” уҡытыусы хатта әҙәбиәттән алыҫ торғандарҙы ла, үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уятып, ылыҡтыра ала. Был уҡыу йортонда өс тиҫтә йыл эшләү дәүерендә, ул күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә, ысын мәғәнәһендә, шағир теле менән әйткәндә, «һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала» ул, юҡҡа ғынамы ни, уның уҡыусылары араһында тел белгесе булып китеүселәр етәрлек.

- Уҡытыусы бөтә замандарҙа ла иң абруйлы һөнәр һаналды һәм мин һәр саҡ эшемде яратып башҡарҙым, унан ҡәнәғәт булдым. Бигерәк тә, рус әҙәбиәте дәрестәрендә классик яҙҙыусыларҙың әҫәрҙәре һәм тәрбиәүи мәсьәләләр тураһында һөйләргә яраттым,- ти, тәжрибәле уҡытыусы Флүзә Мулләхмәт ҡыҙы. — Мин эшләгән осорҙа, кластарҙа балалар күп ине: Дүсән уҡыусыларынан тыш, өс ауылдан килеүселәр интернатта ятып уҡыны. Үҙем класс етәксеһе булараҡ, өс класс сығарҙым. “Ниндәй белем алыуығыҙ һәм ниндәй һөнәр эйәһе булыуығыҙ мөһим түгел, һеҙҙең бәхетле булыуығыҙ һәм барыһы ла яҡшы булыуы минең өсөн иң мөһиме”, – тип әйтә торғайным.

Йәш уҡытыусы ошо ауыл егете Риф Әфләтүнов менән яҙмышын бәйләй. Тәүҙә бәләкәйерәк йорт һалып сығалар, шунан ғаиләләре артҡас, тағын иркен йорт күтәрәләр. Бер-бер артлы буй еткергән дүрт улдары һәм бер ҡыҙы күрше ауылдан әсәйҙәре менән бер һуҡмаҡтан йөрөп, ауыл мәктәбендә белем ала. Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, техниканы ла яҡшы белгән, ағас эшенә лә оҫта булған атай кеше улдарын да төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә. Бөгөн инде күркәм йорт, семәрле беседка һәм ныҡлы йорт-ҡуралар - уның яҡты иҫтәлеге булып тора.

Биш бала әсәһе Флүзә Әфләтунова “Әсәлек миҙалы” менән бүләкләнгән. Дүрт малайҙан һуң тыуған Илүзә лә, әсәһе кеүек, педагог һөнәрен һайлаған, бөгөн ул дүрт юғары белемле белгес. Улдарының барыһы ла армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан: Руслан Северо-Амурскийҙа - пограничник, Рәсүл Пензала  - водитель, Рәфил Эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп ҡайта. ә  35 йәшлек Рәфис бөгөн Украинала барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

- Балаларым тормошта үҙ тырышлыҡтары менән юл ярҙы. Һәр ҡайһыһы ғаиләһе менән йәшәй. Ә иң бәләкәйе Рәфис улым өсөн генә күңел тыныс түгел, бөгөнгө көндә ул МХО-ла йөрөй. Ул уҡығанда уҡ бик әүҙем ине, мәктәптә уҙған байрамдарҙы алып барыусы ла булды, бейергә лә яратты, айырыуса Фатима Бәҙретдиноваға рәхмәтлемен: ул бар күңелен һалып эшләне, мәктәптә өлгөрмәһә, уҡыусыларын өйөнә саҡыра торғайны. Улым мобилизацияға ҡәҙәр Лангепаста Нефтселәр ойошмаһында производствола хәүефһеҙлек буйынса баш белгес булып эшләне. Ғаиләһендә бер ҡыҙ, бер ул үҫә. Үткән йылдың сентябрендә Украина ерендә барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу өсөн мобизацияланды. Яҙ көнө ейәнем Эмир ауырығас, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте, - тип, улы өсөн борсолоуын йәшермәй әсә кеше.

Бөгөнгө көндә районыбыҙҙан тиҫтәләгән ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша: берәүҙәр контракт төҙөһә, икенселәр – мобилизация буйынса. Араларында яраланып ҡайтҡандар ҙа бар, әле лә “ҡыҙыу нөктә”лә сафта ҡалғандары ла байтаҡ. “Кошмар” ҡушаматлы Рәфис армияла спецназда хеҙмәт иткән, хәҙер ул штурмлау-разведка төркөмөндә рота командиры. Башҡаларҙан ҡыйыулығы, отҡорлоғо менән айырылып торған яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә, РФ Оборона министрлығының I дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған.

- Улым менән “Телеграмм” аша яҙышабыҙ, һирәк булһа ла һөйләшкеләп тә алабыҙ. Уның дуҫтары, бергә эшләгән иптәштәре яғынан да ярҙам ҙур. Улар аҡса йыйып, оптик күҙәтеү приборҙары алып ебәргән. Ауылдаштарыма рәхмәтлемен: хәл белешеп торалар, ғаиләбеҙгә хөрмәт менән ҡарайҙар, һәр кем хәленән килгәнсә, ярҙам итергә тырыша. Ауылдаштар МХО-ла йөрөгән һалдаттарыбыҙ өсөн әленән-әле посылкалар әҙерләп ебәрә. Беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар, мәҙәниәт йортонда москит сеткалар үрәбеҙ, шылтыратҡанда улым йыш ҡына, һеҙ ҙә һуғышҡа үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ тип, рәхмәтен белдерә, – ти, улынан тик яҡшы хәбәрҙәр генә көтөп ҡалыусы әсәй кеше.

Балаларга белем биреүсе, тәртипкә, хеҙмәт яратырға өндәүсе ауыл уҡытыусыһы мәктәптән киткәс тә, һәр эше, һәр һүҙе менән башҡаларға өлгө булып тора. Улай ғына ла түгел, күпселек мөғәлимәләр кеүек, хаҡлы ялдағы Флүзә Мулләхмәт ҡыҙы мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәй. 

- Тәүҙә, ирем менән икәүләшеп, клубҡа йөрөнөк, мин йырлаһам, ул оҫта гармунсы ине. Уның рәсемдәре, төрлө ҡул эштәре күргәҙмәләргә ҡуйылды. Беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар, әлеге мәлдә “Дим таңдары” фольклор ансамблендә шөғөлләбеҙ. Халыҡ араһында йөрөүем дә файҙаға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға ваҡыт ҡалмай, спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ, байрамдарҙы үҙғарыуҙа ҡатнашабыҙ, күрше-тирә ауылдарҙағы мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ, - ти, йәштән үк йыр-моңға ғашиҡ уҡытыусы.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

"Был юлдан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем..."
"Был юлдан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем..."
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: