Дим буйҙары
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель , 19:25

Һәр эшкә лә маһир улар

Ҡаныҡай ауылында йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Һүҙебеҙ - Сәмиғә Сәлихова һәм Вәхизә Ишниязова тураһында.

Һәр эшкә лә маһир улар
Һәр эшкә лә маһир улар

Ҡыҙ балаға һүҙ әйтмәгеҙ, ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына!.. – тип йырлайҙар ҡыҙ баланың яҙмышына бәйле йырҙа. Үҙ мәле еткәс, ҡыҙҙар тыуған ояһын ҡалдырып китә. Ҡаныҡай ауылында ла ситтән килеп, ошонда ерегеп, тормош көтөп йәшәп киткәндәр күп. Шулар араһынан -  Ишембай районынан төшкән Вәхизә Ишниязова һәм Сәмиғә Сәлиховалар.

Алтынсы тиҫтәне ваҡлаған Вәхизә һәм Сәмиғә еңгәләр икеһе лә бер йылғаның һыуын эсеп, Иҫке Һәйет ауылы мәктәбенә йөрөп, оҙон тормош юлына аяҡ баҫҡандар.

- Мин мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы училищела уҡып, төҙөлөштә эшләнем, ә Сәмиғә Ишембайҙа тегенсегә уҡығайны. Элек беҙҙең төбәккә колхоз малдарын көтөргә алып киләләр ине. Беҙ Бишбүләк егеттәре менән танышып, ошо яҡтарға килеп булып төштөк. Мин 1979 йылда килһәм, Сәмиғә дүрт йылдан һуң килде, - ти, Вәхизә Әхмәт ҡыҙы.

Бөгөнгө көндә улар икеһе лә ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. Ғәжәйеп матур тәбиғәтле ауылға ерегеп бөткән улар. Ауылдағы һөтсөлөк-тауар фермаһында һауынсы булып эшләгәндәр, колхоз баҫыуында сөгөлдөр утаған һәм башҡа эштәрҙә лә йөрөгәндәр. Уларҙың тормош иптәштәре лә фермала эшләнеләр.    

Тыуған ерҙән торған ер яҡшы тигәндәй, күптән инде ауылдың үҙ кешеләре булып киткән улар. Сәмиға Сәлихова өс бала әсәһе булһа, Вәхизә Ишниязова дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Хәҙер алтынсы тиҫтәне ваҡлаған өләсәйҙәр инде улар.  

“Илле, алтмыш йәштә лә ҡартаймай беҙҙең йөрәк!“ девизы менән йәшәгән гүзәл заттарҙың эшләгән эштәре байтаҡ. Ауылдағы мәҙәниәт йортонда уҙғарылған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Төрлө милли йолаларҙы, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә өлөш индерә ағинәйҙәр төркөмөндә йөрөүселәр.

- Хәтһеҙҙән мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Наза” фольклор түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Милли кейемдәрҙе лә үҙебеҙ хәстәрләнек: һәр беребеҙгә килешле кейемдәр тектерҙек. Шөкөр, төрлө тарафтарҙан төшһәк тә, татыу, берҙәм булып йәшәйбеҙ. Өмәләрҙә, байрамдарҙа, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Икебеҙ ҙә дини ҡанундарҙы үтәп йәшәйбеҙ, изге рамаҙан айында ураҙа тоттоҡ, - тиҙәр, улар.  

Ауылдың күпселек ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, улар ҙа ҡул эштәре менән мауыға: ойоҡбаш-тапочкалар, салфеткалар бәйләйҙәр,  милли аш-һыу әҙерләргә лә яраталар. Вәхизә еңгә ҡабарып торған бауырһаҡтар бешерһә, Сәмиға еңгә буҙа яһарға оҫтарып алған. Ул шифалы ла, туҡлыҡлы ла булған милли эсемлек яһау сере менән уртаҡлашты.

- Ҡайнап һыуытылған 5 литр һыуға ярты литр һоло ярмаһын һалам да, беҙ аҙ тотҡас, ҡайнатып сығарам һәм талғын ғына утта сәғәт ярым тирәһе ҡайнатам. Бүлмә температураһына тиклем һыуынғас, баш (әсетке йәки элеккенән ҡалған буҙа) һалып болғатам да йылы урынға ултыртып ҡуям. Ул бер-ике көндә әҙер була. Бызмырлап ултырған буҙаны һөҙөп алаһы ғына ҡала, – ти, ул.

Хаҡлы ялдағы Вәхизә һәм Сәмиғә Сәлихова әүҙем тормош алып барған ауылдың башҡа ҡатын-ҡыҙҙары менән бер рәттән, йылдан ашыу инде мәҙәниәт йортона маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөй. Уларға  бының өсөн  район хәкимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырылған.  

- Тыуған еребеҙ – Иҫке Һәйеттә лә ут күршеләр инек, әле иһә күрше урамда йәшәйбеҙ һәм бер-беребеҙгә ярҙамлашып, өй йыуыу йәки бәрәңге ултыртыу булһынмы, бар эштәрҙе лә өмә менән эшләйбеҙ. Балаларыбыҙҙы ла бергә үҫтерҙек, тик тормош иптәштәребеҙҙе генә иртә юғалттыҡ. Шулай, был донъяла һәр кемдең үҙ яҙмышы – үҙ ризығы, үҙ бәхете. Иң мөһиме – башҡаларға яҡшы мөнәсәбәттә булып, тырышып эшләп, һау-сәләмәт балалар үҫтереп, ғүмер юлын һағынып иҫкә алырлыҡ итеп үтергә кәрәк, - тиҙәр, үҙҙәренең дә, ауылдаштарының да тормошон йәнләндереп йәшәүсе Ҡаныҡай килендәре.

Бына шулай, сәстәренә сал төшһә лә, күңелдәре йәш, йөрәктәре дәртле әхирәттәр әле лә бер-береһе менән серҙәш, дуҫ һәм татыу.  Был дуҫлыҡ йылдар дауамында һыналған дуҫлыҡ ул.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Шәхси архивтан алынған фото.

Һәр эшкә лә маһир улар
Һәр эшкә лә маһир улар
Һәр эшкә лә маһир улар
Һәр эшкә лә маһир улар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: