Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август , 17:56

Йылдар аша һыналған хистәр

Тулыбай ауылында йәшәүсе Галина һәм Николай Фурсеевтар ун баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн көс һалған

Йылдар аша һыналған хистәр
Йылдар аша һыналған хистәр

«БишБалык» гастрономия фестивалендә ирле-ҡатынлы Галина менән Николай Фурсеевтар «Мөхәббәт hәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Улар быйыл ынйы туйҙарын — бергә йәшәүҙәренең 30-йыллығын билдәләп үтте.

Римма Солтанова, Башҡортостан Республикаһы hәм Рәсәй Федерацияһы журналистар берлеге ағзаһы:

— Күп балалы ғаиләләр күберәк дәүләт ярҙамына мохтаж. Бындай ғаиләләргә ярҙам итеү бөгөн бөтә ил өсөн тотороҡло hәм сәскә атыусы киләсәкте тәьмин итәсәк. Шул сәбәпле Башҡортостан Республикаһы күп балалы ғаиләләргә ғәмәлдәге ярҙам сараларында туҡталып ҡалырға йыйынмай. Дәүләт ярҙамы сифат яғынан да, балалы ғаиләләргә тәҡдим ителә торған хеҙмәттәр hәм пособиелар һаны яғынан да үҫеүен дауам итәсәк.

— Беҙ икебеҙ ҙә ошонда тыуып үҫтек. Минең ата-әсәйем Зинаида hәм Виталий Яковлевтар 60-сы йылдарҙа бында Баҙлыҡтан күсеп килгән. Николай ете балалы ғаиләлә үҫһә, ә беҙ һигеҙ бала инек. Беҙҙең ауылыбыҙ бәләкәй генә, барыһы ла бер-береһен белә, яҙмыш ҡушыуы буйынса, беҙ икебеҙ ҙә ғаилә ҡорғас,  үҙ парҙарыбыҙҙы юғалттыҡ. Николайҙың ҡатыны вафат булғас, уның ҡулында өс балаһы ҡалды, ә минең улым Руслан үҫеп килә ине, — тип таныштыра ғаиләһе барлыҡҡа килеү тарихы менән Галина Витальевна. — 1994 йылда беҙ бер түбә аҫтында йәшәй башланыҡ,  ул ваҡытта Николайҙың ҡыҙы Настяға — 13, улы Гришаға — 12, Анатолийға — 10 йәш ине.

Ғаилә башлығы армияға ҡәҙәр хеҙмәт юлын Дим совхозының өсөнсө бүлексәһендә башлай. Николай Григорьевич оҙаҡ йылдар К-700 тракторында эшләгән hәм алдынғылар рәтендә булған, уның «Ударник XI пятилетки» күкрәк билдәһе бар. Һабантуйҙарҙа игенсенең фиҙаҡәр хеҙмәте күп тапҡырҙар ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләп үтелгән.

— Ғүмеребеҙ ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай булып үтте, күп эшләһәк тә, ауылда hәр ваҡыт татыу hәм кyңелле ял иттек, — тип иҫкә ала күп балалы әсә. — Ауылыбыҙ бер ғаилә кеүек тигәндәй йәшәне, шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла бергә уртаҡлаштыҡ. Өйөндә лә мәшәҡәттәр етeрлек булһа ла, етеҙ, күп балалы әсәй Галина Витальевна урындағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән.

— Ҡыҙыбыҙ Настяның ғаилә тормошо барып сыҡманы, ул беренсе ире менән айырышҡайны, балаһын беҙгә ҡалдырҙы, ейәнебеҙ Дима тураһында бар хәстәрлекте үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Һуңыраҡ беҙҙең йортобоҙға Анжелика килде. Ул ваҡытта райондың опека hәм попечителлек бүлегендә Эльвира Фәрүәз ҡыҙы  эшләй ине, ул ҡыҙҙы Ҡыңғыр Мәнәүез социаль приютына урынлаштырырға тейеш була. Уға ни бары дүрт йәш кенә ине, яҡшылап һөйләшә белмәй ине әле, — ти. ул.

Балалар тәрбиәләү тәжрибәһе ҙур булған ғаилә бер аҙ һуңыраҡ Декабринаны үҙ ҡанаты аҫтына ала, ул ваҡытта ҡыҙыҡай дүртенсе класта уҡыған була. Опекунлыҡ рәсмиләштереп, тиҙ арала уның менән уртаҡ тел табалар.

— Бер ваҡыт йәйгеһен беҙ социаль приютҡа барҙыҡ һәм беҙҙе Римат менән Олег Яҡуповтарҙы ваҡытлыса үҙ яныбыҙға алыуыбыҙҙы үтенделәр, сөнки тиҙҙән ремонт эштәре башланырға тейеш ине.  Бер нисә тапҡыр малайҙар беҙҙә ҡунаҡта булды, hәм беҙ уларҙы үҙ ғаиләбеҙгә һыйындырҙыҡ. Ирем: «Береһе һыйған ерҙә, икенселәрен дә үҫтерербеҙ», — тине. Тәрбиәгe алған балалар осорон уңышлы үтте, улар yзебеҙҙекеләр кеүек булды. Тәрбиәгә алған балалар ейәнебеҙ Дима артынан ҡабатлап, иремде «олатай», тип йөрөттө, ә мине — «Галя әсәй», мин бит hәр ваҡыт күп балалы әсәй булырға хыяллана торғайным, — тип йылмая ҙур ғаиләнең гүзәл заты. — Элек хужалығыбыҙ ҙур ине, һыйырҙар, үгеҙҙәр тоттоҡ, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерҙек, балалар hәр ваҡыт ярҙам итте. Малайҙар мал ҡарашты, бесән әҙерләне, ҡыҙҙар өйҙө йыйыштырҙы, минең менән  тәмле ҡамыр ризыҡтары бешерергә өйрәнде, хатта малайҙар ҙа өйрәк-ҡаҙ йолҡорға, баҡса утарға ярҙамлашты, ҡыҫҡаһы, бар эште лә бергәләп эшләнек.

Фурсеевтар ғаиләһе иң аҙаҡтан Антонды тәрбиәгә ала, уның менән ғаилә парына күп кенә проблемаларҙы кисерергә тура килә.

— Ул бик ауыр холоҡло бала ине, беҙгә ҡәҙәр малайҙы өс тапҡыр ҡарарға алғандар hәм социаль учреждениеға кире ҡайтарғандар. Беҙҙә саҡта ул бер нисә тапҡыр ҡасып китте, йүнләп уҡырға теләмәне. Ирем бының өсөн бик борсолдо, — тип дауам итә Галина Витальевна.

Мәктәптә уҡығанда Дима, Антон, Римат тарих уҡытыусыһы Владимир Чернов етәкселегендә бер нисә тапҡыр Ленинград өлкәһенә ҡаҙыныу эштәренә барған. Малайҙар бала саҡтан Николай Григорьевич тирәһендә урала, техника менән ҡыҙыҡһына, ә инде ныҡлап машина йөрөтөргә өйрәнгәс, ағалары Руслан етенсе маркалы Жигули машинаһы ҡайтара, йәй көнө барыһы бергәләп еләк йыйырға, һыу инергә йөрөйҙәр. Һуңынан уларҙың барыһы  ла тиерлек машина йөрөтөүсе hөнәрен һайлаған.

Фурсеевтарҙың балалары инде үҙ ғаиләләрен ҡорған. Бөгөн уларҙы 14 ейән-ейәнсәрҙәре һөйөндөрә.

— Ун баланы аяҡҡа баҫтыра алыуыбыҙға беҙ бик шатбыҙ. Хәҙер Анжелика Бишбүләктә йәшәй, ул өс бала әсәһе. Римат та район үҙәгендә урынлашты, май айында ул хөкүмәттән фартир алды, энеһе Олегҡа ла торлаҡ бирҙеләр. Декабрина Оренбург өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында, Руслан менән Надежда — Сургутта, Григорий — Бeләбәйҙә. Ә барыһынан да бигерәк беҙ Анатолий hәм Антондан шылтыратыу көтәбеҙ, сөнки улар бөгөн махсус хәрби операция зонаһында.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ирле-ҡатынлы Фурсеевтарҙың исемдәре ЗАГС бүлеге ғаилә тормошоноң  маҡтаулы юбилярҙары китабына кертелгән. Уларға оҙаҡ йылдар һаулыҡ, бәхет һәм балалар изгелеген күсереп йәшәүҙәрен теләйек.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Фото Фурсеевтарҙың ғаилә архивынан

Йылдар аша һыналған хистәр
Йылдар аша һыналған хистәр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: