Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь , 13:44

Еңеүгә өлөш индерәләр

“Үрелгән селтәрҙәр яугирҙәребеҙ ғүмерен һаҡлаһын”, - тиҙәр Бикҡол ауыл ҡатын-ҡыҙҙары

Еңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында әле был, әле икенсе ауылда бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, аҡса йыйып ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр алып оҙаталар. Һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. 

Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәр махсус хәрби операция зонаһында йөрөүселәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Бикҡол, Дүсән, Ҡаныҡай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре үрә, әленән-әле һалдаттар өсөн посылкалар әҙерләп ебәрә һәм башҡа төрлө гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша.

- Башҡаларҙан ҡалышмайыҡ тип, беҙ, Бикҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары октябрь аҙағында сетка үрә башланыҡ. Дөрөҫ итеп үрергә өйрәтеү өсөн, бер нисә көн Ҡаныҡайҙан Мәрйәм Хәкимова килде. Башта схема буйынса килеп сыҡманы, ташлайбыҙ тип тә бөттөк, әммә “күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” тигәндәй, хаталарҙы күрһәткәс, эш яйланып китте, - тип эш барышы белән таныштыра Мөхтәрәмә Сәлихова.

Ауыл мәҙәниәт йортона ҡуйылған станок артына баҫып, ныҡлап эшкә керешә улар. Баштағы мәлдә килеүселәр һаны шаҡтай булһа ла, бер аҙҙан сетка үреүселәр һаны әкренләп кәмей. Беренсе көндәрҙән үк был изге эшкә ҡушылған Лира Әхмәтшина, Нәфисә Арыҫланова, Әүзәрә Ҡунаҡҡулова, Лилиә Айгөл һәм Мөхтәрәмә Сәлиховалар әле лә үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, иртән үк килеп селтәр үрергә тотона.  Эште тиҙерәк тамамлау ниәте менән сәғәт 4-кә ҡәҙәр эшләгән саҡтары ла булғылай, ҡайһы берҙә уларға һәм Нәсим Юнысов менән Әхтәм Сәлихов кеүек ир-аттар ҙа ярҙамға килгән. Яңыраҡ сетка үреүселәргә Лилиә Зиннәтуллина ҡушылған. 

- Бөгөнгө көндә ауыл ирекмәндәре 47 маскировка cелтәре үреп тапшырған. Ҡышҡы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән бинала һыуыҡ булмаһын тип, кооператив рәйесе Илгиз Ишмөхәмәт улы газды арттырған. Ә йәйгеһен ирекмәндәр көтөлмәгән бүләк алған – уларға Ҡырымға ял итергә барырға тәҡдим иткәндәр.ң- Беҙ, бер нисә этап менән барҙыҡ. Беренсеһендә райондан 25-ләп кеше автобус менән 38 сәғәт барҙыҡ. Черногорск районының Оленовка поселогына барып төшкәс, пансионат хужабикәһе Лора беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Бар ерҙә таҙалыҡ хөкөм итә, душ бүлмәләре лә күңелгә ятышлы ине. Беҙ йәшәгән йорт янындағы ҙур баҡсала алмалар ҡыҙарып ултыра, инжир, абрикос ағастары үҫә, хужабикә был көньяҡ емештәренән беҙҙе лә ауыҙ иттерҙе. Беҙ унда булғанда һауа торошо яҡшы булды, һәр көн диңгеҙҙә һыу ҡойондоҡ, ә дельфинарийға барыу онотолмаҫлыҡ тәьсораттар ҡалдырҙы, - тип һөйләй улар араһында иң өлкәне булған Лира апай.

Август айында ял итергә барған Мөхтәрәмә Әкрәм ҡыҙы ла Ҡырымға барыуынан ҡәнәғәт ҡалған.

- Мин бер аҙ һуңыраҡ, алтынсы заезда барҙым. Беҙҙә әле тәбиғәт йәм-йәшел булһа, Ҡырым күперен сыҡҡас, бар тирә-яҡ һары төҫтә булыуына ғәжәпләндек, - тип һүҙгә ҡушыла күршелә йәшәгән Мөхтәрәмә Әкрәм ҡыҙы. – Беҙ бында экскурсияларға ла йөрөнөк. Ялтала 40 метр бейеклектә урынлашҡан “Ҡарлуғас ояһы”нда булдыҡ, Воронцов һарайын күрҙек. Канат юлы менән төшөп, Ҡара диңгеҙҙә теплоходта йөрөнөк. Шарап мөгәрәбенә лә алып барҙылар. Әлбиттә, барыбыҙға ла диңгеҙҙә һыу ҡойоноу бик оҡшаны, бер нисә көн көслө тулҡын булғанда ла, аяҡтарыбыҙға массаж булыр тип, диңгеҙгә барҙыҡ.

Ҡаныҡай ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары араһынан Вәхизә Ишниязова һәм Светлана Хәйруллина, Бикҡолдан шулай уҡ Зилиә һәм Айгөл Сәлиховаларға, Нәфисә Арыҫланова һәм Әүзәрә Ҡунафинаға Ҡырымда ял итеү бәхете тейгән. Әлбиттә ике аҙналык ял ваҡытында улар диңгеҙ буйында ғына ҡыҙынып ятмаған, ә етеҙ ҡулдары менән ғәҙәттәгесә сетка үреүҙе дауам иткәндәр.

Унда саҡта кемдер иртәнге яҡта сетка үрһә, икенселәр киске яҡта эшләне һәм беҙ хужабикәгә дүрт маскировка селтәре үреп тапшырҙыҡ. Ә ялдан ҡайтҡас, эшкә йөрөгәндәй мәҙәниәт йортона йыйылабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ялан шарттарында көн күрә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаждар. Беҙ уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ.  Иң мөһиме, тиҙерәк хәрби операция тамамланып, илдәр тынысланһын, ир-егеттәр тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, - тиҙәр алға өмөт менән ҡараусы ҡатын-ҡыҙҙар.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

 

Еңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: