Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
28 Ноябрь 2023, 14:21

2023 йылдың башынан аҙ хәрәкәт иткән 3,5 меңдән ашыу пассажир Өфө тимер юл вокзалында оҙатып йөрөү хеҙмәте менән файҙаланған

Был 2022 йылдағы ошондай уҡ күрһәткестән 18 процентҡа күберәк.

Уңайлылыҡ өсөн бындай пассажирҙарға махсус хеҙмәттәр тәҡдим ителә: ҡаршы алыу, оҙатып йөрөү, багаж килтереү, поездың килеүен көтөп тороу өсөн урын хәстәрләү, поезға ултырғанда һәм төшкәндә ярҙам итеү, кресло-коляска йәки носилкалар биреү. Вокзал махсус ҡоролмалар һәм ҡулайламалар — киң ишек үткәүелдәре, пандустар һәм инвалид-коляскалылар өсөн лифттар менән йыһазландырылған.

Билет кассаларының тәҙрәләре түбәндә урынлаштырылған, ә насар ишетеүселәр менән һөйләшеү өсөн кассирҙарҙың махсус «пассажир-кассир» һөйләшеү ҡоролмаһы бар.

Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн вокзал биләмәһендә тактиль иҙән күрһәткестәре һәм Брайль шрифты менән яҙылған мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған.

→ Дауамы

Хеҙмәттәрҙең барыһы ла бушлай күрһәтелә.

Ярҙам алыу өсөн Юл йөрөүгә булышлыҡ итеү үҙәгенә ғариза бирергә кәрәк: 8 (800) 775-00-00 (тәүлек әйләнәһенә эшләй).

Үҙәк хеҙмәттәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында: https://vk.cc/crp7au

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас в