Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
23 Май , 16:14

Волга буйы федераль округының «Метеор» йәштәр форумына теркәлеү 2024 йылдың 27 майына тиклем оҙайтылды

Башҡортостан йәштәрен Волга буйы федераль округының «Метеор» форумына саҡыралар. Теркәлеү 2024 йылдың 27 майына тиклем оҙайтылды. Форумда ҡатнашыу бушлай.

Форум 2024 йылдың 4 июленән 9-на тиклем Түбәнге Новгород өлкәһендә «Гөбөргәйел күлдәре» парк-отеле базаһында үтәсәк.

Ҡатнашыусылар 7 белем биреү тректарының береһен һайлай ала:

— «Ҡаршыға хәрәкәт» (ирекмәнлек);
— «Тура эфир» (медиа);
— «Фекер итеү көсө» (фән һәм технологиялар);
— «Киләсәккә инвестиция индер» (эшҡыуарлыҡ);
— «Ижад осошо» (креатив кластер);
— «Төбәк йәштәр өсөн» (йәштәр сәйәсәте);
— «Беренселәр хәрәкәте» (ойошма ағзалары).

«Росмолодежь. Ваҡиғалар» платформаһы аша һылтанма буйынса ғариза бирергә кәрәк: vk.cc/cwrfuI.

Форумды Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) ярҙамында Түбәнге Новгород өлкәһе Хөкүмәте ойоштора.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: