Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2021, 16:17

Юрағаның юш килһен

Яңы йылды ҡаршылар алдынан юрауҙарҙы үтәһәң, киләһе йылда уңышҡа ирешерһең, тиҙәр. Бына улар:

Юрағаның юш килһен
Юрағаның юш килһен

- байрам алдынан бер-нисә көн ҡалғас, өйөгөҙҙө йыйыштырығыҙ, туҙандарҙы һөртөгөҙ, иҙәндәрҙе йыуығыҙ. Яңы йыл өйҙәге таҙа һәм саф энергиянан башланырға тейеш;

-  кәрәкмәгән, күптән кейелмәй шкаф кәштәләрен биләп ятҡан кейемдәрҙе башҡаларға бирегеҙ, йәки ташлағыҙ;

- өйөгөҙҙө Юлбарыҫ фигуралары, һүрәттәре менән биҙәгеҙ. Ә инде уҙып барған йыл хужаһы - Үгеҙ менән бәйле декорҙарҙы мотлаҡ ситкә алып ҡуйырға кәрәк.

- Яңы йыл декорҙарын ҡулланығыҙ - шыршы ботаҡтарынан веноктар үрегеҙ, уларҙы тубырсыҡтар менән биҙәгеҙ, матур гирляндалар элегеҙ һәм башҡалар. Ҡайҙа позитив күп - шунда уңыш.

- шыршыны күк һәм күкһел төҫтәге уйынсыҡтар менән биҙәгеҙ. Улар йыл энергияһының береһе - һыу төҫөндә;

- Яңы йыл төнөндә ниндәй ҙә булһа яңы әйбер кейегеҙ. Мәҫәлән, яңы йөҙөк, муйынсаҡ, алҡа. Шулай уҡ яңы кейем дә бик урынлы булыр;

- шыршыны кәнфит кеүек уйынсыҡтар менән биҙәһәгеҙ, был өйгә муллыҡты йәлеп итер;

- әгәр мөхәббәтегеҙҙе осратҡығыҙ килһә, шыршыға йөрәк формаһындағы уйынсыҡ өҫтәгеҙ. Ул мотлаҡ икәү булһын;

- муллыҡты йәлеп итер өсөн, Яңы йыл алдынан матур конверт менән открытка һатып алығыҙ. Открыткаға үҙегеҙгә теләктәр яҙып, уны конверт эсенә аҡса ҡушып һалып, почта аша кире үҙегеҙгә ебәрегеҙ. Кире килгән аҡсаны аҡса янсығына һалып ҡуйығыҙ һәм уны бер ҡасан да сарыф итмәгеҙ.

ural-rb.ru

Юрағаның юш килһен
Юрағаның юш килһен
Автор:
Читайте нас: