Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2021, 16:08

"Ҡунаҡһарай"ҙа байрам гөрләйәсәк!

Бөгөн төнгө сәғәт 12-нән һуң  Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" сауҙа- күңел асыу комплексы алдында Ҡыш бабай менән дискотека ойошторола. 

"Ҡунаҡһарай"ҙа байрам гөрләйәсәк!
"Ҡунаҡһарай"ҙа байрам гөрләйәсәк!

Республикабыҙҙың Туризмды үҫтереү үҙәге БР Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Өфөлә «TERRA Ҡыш – 2022» Яңы йыл фестивален ойоштора. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә  баш ҡала халҡын «Ҡунаҡһарай»  сауҙа-күңел асыу комплексы эргәһендә концерт программаһы көтә. Ойоштороусылар отоштар, уйындар үткәрәсәк, флешмоб та, бүләктәр ҙә күп буласаҡ. 

Төнгө сәғәт 12 тулғас, республика һәм ил башлыҡтарының Яңы йыл ҡотлауҙарынан һуң  төнгө сәғәт 3-кә тиклем  Ҡыш бабай менән күңелле дискотекала рәхәтләнеп бейергә мөмкин. Программала Башҡортостан һәм Татарстан йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Шоуҙың хедлайнеры – «Мираж» төркөмө.

  1 ғинуарҙа Өфөлә «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә йолаға әйләнгән «Вәғәҙәләр йүгереүе» тигән сара уҙғарыласаҡ. Бында ҡатнашыусылар алдағы йылға үҙҙәренә һәм бөтә донъяға нимәлер вәғәҙәләп, маҡсатына ҡарай йүгерәсәк.

Был көндө ошонда уҡ Яңы йыл карнавалы ла үтәсәк. «АРТ-Квадрат»та бейеүҙәр, уйындар, музыка һәм ысын карнавал көтөлә. Төрлө номинацияла еңеүселәр билдәләнәсәк.

2 ғинуарҙа «Ҡунаҡһарай»ҙа Ҡышҡы һабантуй уҙа. Ул көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы милли уйындар, атта йөрөү, тоҡ менән һуғышыу һәм башҡа ҡыҙыҡтар көтә. Был көндө "Самауырҙар" конкурсы ла була. Еңеүсегә 50 мең һумлыҡ приз биреләсәк.

3 ғинуарҙа фестивалде Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады дауам итә. Ә 4 ғинуарҙа атлы-сана арбалары парады үткәреү күҙаллана. Унда иң матур арбаны, ҡамыт-дуғаны иң матур биҙәү буйынса конкурс та уҙғарыла. Төп приз  – 100 мең һум.

25 декабрҙән 4 ғинуарға тиклем Ҡыш бабайҙың байрамса ҡунаҡ тирмәһе ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк.

ye102.ru

 

"Ҡунаҡһарай"ҙа байрам гөрләйәсәк!
"Ҡунаҡһарай"ҙа байрам гөрләйәсәк!
Автор:
Читайте нас: