Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ғинуар 2022, 22:39

Йәнә 12 кеше вафат...

Республикала һуңғы тәүлектә тағы 224 кешелә коронавирус раҫланған. Вакцинация барышына килгәндә...

Йәнә 12 кеше вафат...
Йәнә 12 кеше вафат...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала ковидҡа бәйле бөгөнгө хәл түбәндәгесә.

Сир башланғандан алып барлығы 123 403 кеше уны йоҡторған. Һуңғы тәүлектә тағы 224 өҫтәлде. Стационарҙа - 90 кеше, шул иҫәптән 60-тан үткәндәр - 61 пациент. Уларҙың 23-ө ауыр хәлдә, берәү үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор дауалауҙа - 5073 кеше, улар араһында 3763-ө алтмыш йәштән үткән. Һуңғы тәүлектә һауығып сыҡҡандарҙың һаны - 327. Был йәһәттән дөйөм иҫәп - 113 762.

Ковид-19-ҙан һуңғы тәүлектә 12 үлем осрағы теркәлгән. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны - 4 478, улар араһында алтмыштан уҙғандар - 3 938 кеше.

Пневмонияға килгәндә, тәүлек эсендә ул 16 пациентта раҫланған. Был сирҙән йүнәлгәндәр һаны - 54.

Башҡортостанда вакциналау планы - 2 484 667 кеше (өлкәндәрҙең дөйөм һаны - 3 105 836). Республикаға 2 914 858 доза прививка килтерелгән. Беренсе компонентты 2 200 912 кеше яһатҡан (вакцина алырға тейеш күләмдең 88,6 проценты). Тулыһынса эшләткәндәр - 2 068 585 кеше (вакцина алырға тейеш халыҡтың 83,3 проценты).

Тәүлек эсендә прививка яһатҡандар - 4 828 кеше (2071 - 1-се компонент, 2 757 - 2-сеһе). Ревакцинацияны 210 127 граждан эшләткән.

Алтмыш йәштән өлкәндәр араһында вакцинаның 1-се компонентын - 576 956, 2-сеһен 539 150 кеше эшләткән.

Коронавирус китергә уйламай. Үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Фото: informpskov.ru

https://bashgazet.ru

Йәнә 12 кеше вафат...
Йәнә 12 кеше вафат...
Автор:
Читайте нас: