Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2022, 12:16

"Сыңғыҙхан" салаты

Ҡунаҡ өҫтәленә генә түгел, үҙегеҙ өсөн дә шундай еңел салат эшләп, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөгөҙ әле.

"Сыңғыҙхан" салаты
"Сыңғыҙхан" салаты

Шулай итеп был салат өсөн кәрәк була:

- 2 сөгөлдөр;

- 1 кишер;

- 50 гр. ҡара емеш (чернослив);
- 75 гр. сыр;
- 200 гр. тауыҡ ите;
- 2 һарымһаҡ теше;
- 75 гр. грек сәтләүеге;
- тоҙ.

Тәүҙә кишер менән сөгөлдөрҙө бешереп алабыҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Сәтләүекте һәм һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Ҡара емеште (чернослив) 20 минут һыуҙа ебетеп алғас, турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстың эре теше аша үткәрәбеҙ. Тауыҡ итен турап, үҫемлек майында ҡурып алабыҙ, һыуытабыҙ һәм майы һарҡһын өсөн салфеткаға һалып торабыҙ.

Артабан салатты түбәндәге тәртиптә һалып сығабыҙ:
- сөгөлдөрҙөң яртыһы;
- сәтләүектәр менән тауыҡ ите;
- майонез;
- кишер менән сыр;
- ҡара емеш;
- майонез;
- сөгөлдөр менән һарымһаҡ.

Әҙер салатты бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Салатты укроп йәки йомортҡаның ағы менән биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!

https://hakmar.ru

"Сыңғыҙхан" салаты
"Сыңғыҙхан" салаты
Автор:
Читайте нас: