Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2022, 10:53

Гөлдәр тәрбиә ярата

Бүлмә гөлдәренә сафлыҡ биреү өсөн уларға еңелсә балланған һыу һибеү яҡшы.

Гөлдәр тәрбиә ярата
Гөлдәр тәрбиә ярата

* Гөлдәрҙең тамыр муйынтығы зәғиферәк булып торһа, уның ауырып китеүен булдырмаҫ өсөн, шул урынға дарыуханала һатыла торған аҡ бурҙы төйөп, күкерттән яһалған ҡатнашманы һөртөргә мөмкин.

* Ашлама булараҡ, айына бер тапҡыр гөл тупрағына порошок һымаҡ сүпрә өҫтәргә була.

* Гөлдәргә һыуҙы бер ҡасан да кәрәгенән артыҡ һипмәгеҙ. Дымдың артыҡ күп булыуы ҡоролоҡҡа ҡарағанда ла насар.

* Тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙең япраҡтары быялаға тейеп торорға тейеш түгел. Йәйгеһен улар бешергә, ә ҡышҡыһын иһә өшөргә мөмкин.

* Бүлмә гөлөнә бесәй эйәшкән осраҡта тупраҡҡа төйөлгән ҡара борос һибеп ҡарағыҙ. бесәйееҙ гөлгә яҡын да килмәҫ.

*  Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.
Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һипмәгеҙ. Һыу һибеп 2 – 3 сәғәт ваҡыт үтеүгә, һауыт төбөнә ҡуйылған тәрилкәләге һыуҙы түгегеҙ.
*  Үҙәктән йылытыла торған йорттарҙа бүлмәләр кәрәгенән артыҡ ҡоро булһа, гөлдәргә айына бер тапҡыр һөт һибегеҙ.
*  Фикустың япраҡтары ялтырап, йәм-йәшел торһон тиһәгеҙ, гөлдөң һабағы менән тамыры тоташҡан урынға бер балғалаҡ кастор майы һибегеҙ.
* Гөлдәр йылылыҡ сығарыусы әйберҙәрҙән алыҫ торорға тейеш. Үтә һуҡҡан ел, томан һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы.
* Драценаның япраҡтарын һәр саҡ еүеш сепрәк менән һөртөп торорға кәрәк.Улар таҙалыҡ ярата.Ныҡ яҡтылыҡ та,бик йылы температура булғанда ла һарғая.Ҡыш көнө иң яҡшыһы 14-16 градус йылылыҡ кәрәк. Йәш драценаны йыл һайын күсереп ултырталар. Аҙағыраҡ 3-4 йыл һайын. Күләгәле ерҙә яҡшы үҫә. Йәй һыуҙы мул һәм йыш һибергә кәрәк.

* Миләүшәне ҙур һауытҡа ултыртырға ярамай. Әгәр гөлдөң япраҡтары һарғайһа, ул сәскә атмаясаҡ. Бүлмә температураһындағы һыуҙы ла самалап ҡойорға кәрәк. Составында торф булған әсе тупраҡты бик ярата.

* Хлорофитум – һауаны бик шәп таҙартыусы гөл. Уны аш- һыу бүлмәһенә ултыртыу файҙалы. Ә ғалимдар был үҫемлекте космос карабтарына ҡуйырға тәҡдим итә, сөнки унда һауа алыштырыу мөмкинлеге юҡ. Хлорофитумдың Тыуған иле – Көньяҡ Америка.

* Алоэ – күпйыллыҡ үҫемлек. Рәсәйҙә уны йөҙйәшәр тип тә йөрөтәләр. Ул төрлө ауырыуҙарҙан шифалы.   Ул йылы һәм таҙа һауа ярата. Уға һыуҙы күп һибергә ярамай.

*  Традесканцияның гөлө яҡтылыҡты ярата, тик уны ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡларға кәрәк. Һыуҙы артыҡ күп һибергә ярамай. Традесканция – бик файҙалы үҫемлек. Ул бүлмәләге һауаны таҙарта, дымландыра. Уны аквариумдағы балыҡтар ҙа ярата.

http://atnya-rt.ru

 

Гөлдәр тәрбиә ярата
Гөлдәр тәрбиә ярата
Автор:
Читайте нас: