Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль , 15:45

Әсәй өсөн әмәлен табайыҡ

Бер ваҡыт ир ҡатынына: “Әйҙә, рес­­торанға барып киләйек, – ти. – Рәхәтләнеп ял итербеҙ. Улайтып йөрөргә ҡасан ваҡыт табылыр әле?” Хәләл ефете иһә һис көтмәгәндә тәҡдимдән баш тарта.– Юҡ, – ти ул. – Ресторанға бөгөн икен­се ҡатын менән барыуыңды һора­йым.Ир кеше бөтөнләй аптырауға ҡала.

Әсәй өсөн әмәлен табайыҡ
Әсәй өсөн әмәлен табайыҡ

Заманында бер ғалимдан ишеткәнемде бәйән итмәксемен. Үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше аша һөйләгәйне ул. Был ваҡиға күптәргә фәһем бирер, уйландырыр тигән өмөттәмен.
Бер ваҡыт ир ҡатынына: “Әйҙә, рес­­торанға барып киләйек, – ти. – Рәхәтләнеп ял итербеҙ. Улайтып йөрөргә ҡасан ваҡыт табылыр әле?” Хәләл ефете иһә һис көтмәгәндә тәҡдимдән баш тарта.
– Юҡ, – ти ул. – Ресторанға бөгөн икен­се ҡатын менән барыуыңды һора­йым.
Ир кеше бөтөнләй аптырауға ҡала.
– Нисек инде улай? – тип ҡыҙып китә. – Мин ундай ир түгел. Һәм, ғөмү­мән, ниндәй ҡатын хаҡында һүҙ барыуы мөмкин?!
– Ул – һинең әсәйең, – тип тыныс ҡына яуаплай ҡатыны. – Ҡәйнәм ха­ҡын­да уйлайым да һинең тәҡди­меңде бер нисек тә ҡабул итә алмайым. Әсәйең өсөн ҡасан ваҡыт бүл­гәнең бар? Һөйләшеп ултырырға ла, ял итергә лә саҡырғаның юҡ. Бөгөн ошо хатаңды төҙәт.

Ир ҡапыл тынып ҡала. Ғәйепле йөҙ менән ғәзиз кешеһенең телефон һандарын йыя: “Әсәй, әйҙә, икәүләп ял итеп, һөйләшеп алайыҡ. Һине ресторанға саҡырам. Йыйына тор, оҙаҡламай килеп етермен”.
Әсәй кеше шаҡ ҡата, ишеткәненә бер килке ышана алмай тора: “Ысынды һөйләйһеңме ул, улым?” Ыңғай яуап алғас, йәһәтләп, осоп йөрөп тигәндәй йыйына башлай.
Ресторанға киләләр. Икеһенең дә шатлығының сиге юҡ. Әсәй кеше айырыуса ныҡ һөйөнә. Ҡәҙерле улы уның өсөн ваҡыт тапты бит! Ресторанда нимә ашатһалар ҙа, нисек хеҙмәт­ләндерһәләр ҙә, риза әсә. Бындай күркәм бинала түгел, хатта ки иҙән­дә йәки урамдағы эскәмйәлә ултырһалар ҙа, бәхетенең сиге бул­маҫ ине. Иң мөһиме – улы эргәһендә.
– Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән айыр­маһын үҙеңде, балам, – тип изге те­лә­ген еткерә әсә. – Үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойҙом бөгөн.
– Бында тағы ла килербеҙ бит, әсәй?
– Иншаллаһ, шулай булһын. Тик икенсе мәртәбә мин һине үҙем саҡырырмын.
Улы риза була. Көндәр, айҙар үтә. Әсә кеше улын ресторанға бер нисә ҡат саҡырһа ла, уныһы һис ваҡыт таба алмай. Төрлө сәбәп сығып ҡына тора. Шулай көн артынан көн үтеп, әсәй кеше ауырып үлеп китә. Күп­мелер ваҡыттан иһә улына әлеге рес­торандан саҡырыу ҡағыҙы килә. Ике кешелек урын. Алдан түләнгән. Быны кемдең эшләүе ихтимал? Ғәжәпкә ҡалған ир, ҡатынын алып, ресторанға китә. Теге юлы әсәһе ме­нән ултырған өҫтәл янына барһалар, унда хат ята икән. “Ҡәҙерле улым! – тигән һүҙҙәрҙе уҡыу менән күҙҙәренән йәш түгелә башлай ирҙең. – Мин һине ошо урынға саҡырырға вәғәҙә биргәйнем. Әммә һинең ваҡытың булманы. Әйткәнемде нисек тә үтәү өсөн килен менән икегеҙҙе саҡырырға ниәт иттем”.

...Әсәй – иң бөйөк кеше. Уны бер ҡасан да үпкәләтмәйек, рәнйетмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ҡәҙерлеләре­беҙҙең хәлен белеү, күңелен күреү өсөн мөмкинлек табайыҡ. Быға күп ваҡыт та талап ителмәй бит. Ихлас күңелдән әйтелгән яғымлы һүҙ, ихтирам-хөрмәт сағылған йылы ҡараш етә әсәйҙәргә. Күптәребеҙ, ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, ғәзиз кешеһенең ҡәҙерен ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә аңлай. Иҫән сағында яратыуыбыҙҙы белдереп, хәстәрлек күрһәтеп өлгөрәйек. Хәлен белешеп, шылтыратып тора­йыҡ. Шул саҡта, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшербеҙ.

(Интернеттағы мосолмандар берләшмәһендәге видеояҙманың тәржемәһе).

bash.bashgazet.r

 

Әсәй өсөн әмәлен табайыҡ
Әсәй өсөн әмәлен табайыҡ
Автор:
Читайте нас в