Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Общие статьи
11 Августа , 04:43

Ҡышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле етте

Хужабикәләргә ярҙамға рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле еттеҠышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле етте
Ҡышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле етте

- 3 килограмм болгар боросо,

2 килограмм помидор,

100 грамм шәкәр ҡомо,

2 аш ҡалағы тоҙ,

2 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә,

90 миллилитр үҫемлек майы кәрәк.

Боросто йыуып, уртаға бүлеп, эсендәге орлоҡтарынан таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ.

Шунан бешкән помидорҙарҙы йыуып, өс-дүрт минутҡа эҫе һыу ҡоябыҙ. Һыуыҡ һыуға һалып тышын әрсейбеҙ. Артабан ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ. Уға шәкәр ҡомо, тоҙ, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.

Борос киҫәктәрен өҫтәйбеҙ. Талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт бешерәбеҙ ҙә һеркә һалабыҙ.

Шунан банкаларҙы боҫта тотабыҙ ҙа әҙер массаны тултырабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа салат әҙер.

Икенсе рецепт:

2-шәр кг помидор, татлы борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына.

Помидорҙарҙы ярымҡулсалап турап, эмаль кәстрүлдә 5 минут ҡайнаталар. Боросто һаламлап турап, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойоп, айырым кәстрүлдә 10 минут ҡайнаталар. Һуңынан помидор менән борсото бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 5 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Ҡышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле етте
Ҡышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле етте
Автор:
Читайте нас