Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тәндән айырылғас, беҙҙе ни көтә?..

Наил Ғәйетбайҙың реаль ваҡиғалаға нигеҙләнеп яҙған “Йән” романында шул хаҡта бәй ителә.

Тәндән айырылғас, беҙҙе ни көтә?..
Тәндән айырылғас, беҙҙе ни көтә?..

Апрелдә билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың былтыр “Ағиҙел” журналында баҫылып, уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Йән” (“Йән”) романы Сибай менән Магнитогорск ҡалаларында айырым китап итеп баҫылды. Күп уҡыусылар был хаҡта ишетеп, китапһатып алырға теләүен белдерҙе. Беҙ яҙыусы Наил Ғәйетбай менән осрашып, уға уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙарҙы бирҙек.

— Кешенең йәне тураһында яҙырға нимә этәрҙе Һеҙҙе?
— Үткән быуаттың 80-се йыдарында Мәскәүҙә Юғары әҙәби куртарҙа уҡығанда Америка ғалимы Раймонд Мутиның “Үлгәндән һуң тормош” тигән китабын уҡырға туа килде. Унда 200-гә яҡын кешенең клиник үлем ваҡытында ниҙәр күргәне, кисергәне һүрәт­ләнгән. Хәйран ҡалырлыҡ китап. Шунан һуң эзотерика, психология менән мауығып киттем һәм 90-сы йылда шул темаға пьеса ла яҙҙым. Ләкин ул әҫәр бер театрҙа ла ҡуйылманы. Бер нисә тапҡыр төҙәтеп ҡараным. Шунан 2020 йылда уны романға әйлән­дерергә булдым. “Йән” романы шулай яҙылды.


– Тимәк, был  иҫ киткес хәлдәр – йөрәк туҡтағас, йәндең тәнде ташлап китеп, уны юғарынан күреүе – ысынбарлыҡҡа нигеҙләнәме?
– Эйе. Был темаға һөйләшкәндә, бигерәк тә роман “Ағиҙел” журналында баҫылғас, бик күп кешеләр миңә килеп, клиник үлем ваҡытында йәндең тәнде ҡалдырып, осоп китеүе тураһында һөйләне.


– Тимәк, Һеҙ, кеше үлгәс тә уның йәне үлмәй тимәксеһеҙ?
– Шулай килеп сыға. “Ҡөръән”дә был хаҡта бер нисә тапҡыр әйтелә бит. Мин романға эпиграф итеп Ҡөръәндең бер аятын алдым Унда: “Нисек Аллаһҡа ышанмайһыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ. Ул һеҙҙе терелтте. Ул һеҙҙе тағын үлтерер, тағын терелтер”, тиелә (2-се сүрә, 28-се аят).


– “Йән” романын китап итеп баҫтырғанһыҙ. Былтыр ғына “Ағиҙел”дә сыҡҡан ине, йылыҡ  премияға лайыҡ  булды. Юғиһә, ғәҙәттә, романдар озҙаҡ йылдар нәшриәтта сират көтә...
– Сибайҙа йәшәгән эшҡыуар, психолог Айбулат Уразбахтин “Йән”де уҡып, бик оҡшатҡан. Унда яҙғандарға ихлас ышана, сөнки эзотерика менән ҡыҙыҡһына, бик дини кеше. Ул үҙ иҫәбенә баҫтырып сығарҙы китапты.


– “Йән” китабын ҡайҙан табырға була ?
– Әле белеп ҡалып, Интернет аша бик күптәр китапты һатып ала башланы. Айбулат Уразбахтин менән бергәләп Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Бөрйән райондарында осрашыуҙар үткәреп, шунда лекциялар уҡып, китапты һатыуҙы ойоштормаҡсыбыҙ. Ә Өфөлә “Китап” нәш­риәте магазинында һатыла.


– Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы ниндәй форматта ойошторорға уйлайһыҙ? Психолог менән яҙыусының бергә сығыш яһауын быға ҡәҙәр күргән юҡ ине...
– Һәр яҙыусы шул уҡ психолог инде ул. Ә был сығыштар, нигеҙҙә, “Йән” китабы тураһында буласаҡ. Мин уны яҙҙым, Айбулат Уразбахтин нәшер итте. Икебеҙ ике юл менән эзотерикаға килгәнбеҙ. Һөйләр өчсө уртаҡ темалар күп. Уҡыусыларға күп ҡыҙыҡ мәғлүмәт бирербеҙ, тип уйлайбыҙ. Һорауҙар ҙа булыр. Хәҙер күп кеше был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына бит.


–Дөйөм алғанда, роман нимә тураһында?
– Әҫәрҙең төп темаһы бындай – кеше үлмәй, тәне үлгәс, үҙе йән рәүешендә йәшәй, унан һуң яңы тән менән был донъяға килә. Былар әҫәрҙең фоны, тиергә була. Ә былай роман психологик детектив рәүешендә яҙылды. Йәғни маҗаралы әҫәр. Мин уны ҡыҙыҡлы итергә тырыштым. “Ағиҙел”дә баҫылғас, күптәр уны айырыла алмай уҡыуҙары тураһында әйтте. Әҫәрҙә һағышлы мөхәббәт тә, хыянат тә бар. Ауыр хәлгә тарығанда нисек итеп унан ҡотолорға кәрәклеге тураһында уйланыуҙар, психологик кәңәштәр ҙә табырға була. Бөгөнгө кеше ни менән йәшәй, ҡыҙыҡһына – шуларҙы күрһәтергә тырыштым. Уңышлы килеп сыҡты кеүек. Сөнки осрашыуҙарҙа күп һорауҙар бирәләр. Әҫәрнең дауамын һорайҙар. Хатта шул уҡ Айбулат Уразбахтин бер әйтеп һалды, Йән”дең икенсе китабын көтәбеҙ, тип.

– Хәҙерге ваҡытта ниндәй әҫәрҙәр иҗад итәсһеҙ?
– Яңыраҡ ҡына бер бер театрҙың һорауы буфйынса тарихи драма яҙҙым. Планнар күп. Ҡайһыһыына тотонорға белмәйерәк торам.


– Төрлө театрҙарҙа премьераларығыҙ булып тора. Сәхнәлә күрһәтелгән һуңғы пьесаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Март-апрелдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай театрында – “Һинән – фатир, минән – ир”, Туймазы татар дәүләт драма театрында “Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ!” комедияларым ҡуйылды. Халыҡ бик яратып ҡараны, үҙем дә оҡшаттым, театрҙғрга рәхмәтлемен.

kiziltan.ru

Тәндән айырылғас, беҙҙе ни көтә?..
Тәндән айырылғас, беҙҙе ни көтә?..
Автор:
Читайте нас: