Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» — ул тормош

Программа буйынса экскурсия турҙарынан райондың өлкән йәштәге күп гражданы файҙаланды

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» — ул тормош
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» — ул тормош

Бөгөн беҙҙең республика туристар өсөн, уларҙың теләктәрен иҫкә алып, төрлө мөмкинлектәр тәҡдим итә. Күп кенә мөhим проекттар Радий Хәбировтың актив ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты ысындан да уникаль булды, уның ярҙамында республиканың өлкән быуын кешеләре республика буйынса бушлай сәйәхәт итә, шулай уҡ ташламалы шарттарҙа дуҫтанә сит илдәрҙә, мәҫәлән Беларусь, Абхазия h.б. илдәрҙә була ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында билдәләп үтеүенсә, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» — ул тормош, яңы йәшлек, танышыу, киң күңеллелек тураһында. Һәм бының менән килешмәү мөмкин түгел. Әйтәйек, һуңғы тапҡыр «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы сиктәрендә сәйәхәт итeргә яратыусылар өсөн Ғафури районындағы страус фермаһына, Красноусольскийға маршрут ойошторолдо. Программа буйынса экскурсия турҙарынан райондың өлкән йәштәге күп гражданы файҙаланды. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһы буенча сәйәхәте тураһында проектта ҡатнашыусы Галина Георгиевна Петрова һөйләне.

 — Башҡортостанда ҡыҙыҡлы урындар бик күп, шуларҙың береһсе — Красноусольск. Шул уҡ исемдәге ауыл бар, ә бер аҙ арыраҡ ҡуйы урман уртаһында, аулаҡ hәм бик матур урында Красноусольский санаторийы урынлашҡан. 2024 йылдың 2 июлендә Бишбүләк районы ветерандары «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә был матур урында булдыҡ. Беҙгә санаторийға барырға йыраҡ, уның ҡарауы ниндәй матурлыҡ hәм тыныслыҡ. Был хистәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөп булмай, шулай ҙа мин был урындың беҙгә нимәһе менән оҡшағанын һөйләп үтәм. Красноусольский санаторийы Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында Усолка исемле ҙур булмаған, ләкин тиҙ аға торған йылға буйында урынлашҡан. Ул аулаҡ hәм бик матур бер урында. Бында бик тыныс. Шул уҡ ваҡытта бик тә матур. Матур табиғәт фонында — ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар һәм ҡуйы урмандар араһында ғәжәйеп матур курорт поселогы төҙөгәндәр. Бында кешеләр күберәк Красноусольский минераль сыҡанаҡтары арҡаһында килә.

Һеҙ, мoғайын, Красноусолский минераль һыуы тураһында ишеткәнһеҙҙер? Уны бында тултыралар. Һыуҙы эсеүҙән тыш, уға сумырға ла була. Усолка ярында ир-аттар hәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым сисенеү бүлмәләре булған һыу ҡойоноу урындары урынлаштырылған. Һыу изге, тип иҫәпләнә, хатта һалҡын ҡышта ла туңмай. Минераль һыуҙа ҡойоноуҙан тыш, бында дауалау ләме менән һыланыу мөмкинлеге лә бар. Красноусольскийҙың тағын бер иҫтәлекле урыны — ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Табын Изге Анаһы храмы. Баҫҡыстан храмға менәһең, бик матур күренеш асыла. Храм һалынған ҡалҡыулыҡ итәгендә бәләкәй генә мәмерйә бар. Бында иконалар тора, шәмдәр яна. Шуға күрә, был урын ял итеүселәр өсөн генә түгел, ә ышаныусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Табын Изге Анаһы мәмерйәһендә кеше теләк әйтә ала. Беҙ ҙә шәмдәр ҡуйҙыҡ, теләк теләнек, шулай уҡ  ҡан ҡойғос һуғыштың тиҙерәк тамамланыуы тураһында! Бында санаторийҙа һауығыу өсөн генә түгел, бер көнгә лә килергә мөмкин. Санаторий территорияһы буйлап ашыҡмайынса ғына йөрөргә, храмды ҡарарға, һыу эсергңә, теләһәң һыу ҡойонорға ла ваҡыт етeрлек. Һәм бына шулай ашыҡмайынса йөрөп, әйлeнә-тирә мөхиткә һаҡланып hәм тирә-яҡты фотоға төшөрөп, беҙ ярты көн уҙғанын да һиҙмәнек. Артабан беҙҙе страус фермаһына алып киттeләр. Башҡортостан — ғәжәйеп төбәк, бында хатта страустар ҙа йәшәй. Хәйер, страус менән хәҙер кешене аптыратып булмай. Хәҙер Рәсәйҙә бындай фермалар күп, шулай ҙа улар ҡыҙыҡһыныу уята, бындай урындарға балалар менән килеү айырыуса ҡыҙыҡлы. Бөгөн мин һөйләргә теләгән страус фермаһы тураһында күптәр белә.

Был ферма нимәнән ғибәрәт, ҡайҙа урынлашҡан, страустарҙан тыш тағын нимә күрергә мөмкин — минең хикәйәм шулар тураһында буласаҡ. «Иҫ киткес страус» страус фермаһы Ғафури районында Инзелға ауылы янында урынлашҡан. Унан йыраҡ түгел 25 саҡрым йыраҡлыҡта бөтә Башҡортостанға танылған Красноусольский санаторийы. Шуға күрә санаторийға барғанда, ферманың элмә таҡтаһын күрергә була. Санаторийға ошондай яҡын булыуы арҡаһында уның тураһында күп кеше белә. Беҙҙең ҡулыбыҙға дөйәғош төшөрөлгән мисәт һуҡтылар, hәм беҙ ферма территорияһына керҙек. Беренсе эш итеп, әлбиттe, страустарҙы күрҙек. Улар иркен вольерҙарҙа аҡыллы ҡиәфәттәре менән килеүселәрҙе күҙәтә. Белмәйем, улар бында нисәү булғандыр. Ҡайһы бер вольерҙарҙа страустар берәр, ҡайһы берҙәрендә ҙур булмаған төркөм булып йөрөйҙәр. Һәм шундай ҡыҙыҡтар. Уларҙы күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы. Дөйәғоштарҙан тыш, бында тағын башҡа ҡоштар ҙа бар: тауыҡтар, күркәләр, цесаркалар. Тауис ҡоштары ла йөрөй, хатта аҡ төҫтәгеләре лә бар. Ниндәйҙер тутыйғоштар һәм башҡалар. Уларҙ барыһын да һанап бөтөрөп булмай. Ҡоштарҙан тыш бында хайуандар ҙа бар. Мәҫәлн, ишәктәр hәм кәзәләр. Хайуандарҙың вольерҙары шаҡтай иркен. Ҡышҡы аҙбарҙар ҙа бар. Шулай булғас, улар өшөмәҫ. Хайуандарҙы яҡшы ҡарауҙары күренеп тора. Улар шаҡтай матур. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре әҙәпле hәм сабыр. Хатта аҙыҡ һатып алып, хайуандарҙы ашатып булыуы ла оҡшаны. Балаларға был икелeтә күңелле булыр ине. Ферманан сыҡҡкан урында раковина ҡуйылған, hәм хайуандарҙы ашатҡандан һуң ҡулдарҙы йыуырға мөмкин. Ә эргәлә генә бәҙрәф бар. «Иҫ киткес страус» фермаһы — ололарға ла, балаларға ла яҡшы ваҡыт үткәреү өсөн ҡыҙыҡлы урын. Миңә бының ситлектәрҙә яфаланған хайуандар ятыусы типик зоопарк булмауы оҡшай. Бында иркен вольерҙарҙа йәнлектәр күп булңған тулы бер ферма, хайуандар менән аралашыу, әйләнә-тирәләге матур табиғәт менән һоҡланыу мөмкинлеге лә бар. Шуның менән сәйәхәтебеҙ аҙағына яҡынлашты. Был ҙур булмаған, ләкин ҡыҙыҡлы сәфәр Ғафури районының яҡты hәм иҫтәлекле төҫтәре менән оҙаҡҡа иҫтә ҡалыр. Был урынға беҙҙең яҡтарҙа булыусыларҙың барыһына ла барырға кәңәш итәм. Һәм тағын шуны ла әйтәһем килә, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» — Башҡортостан Республикаһының табиғи «ынйылары» hәм уның мәҙәни мираҫы менән таныштырыу өсөн бына тигән мөмкинлек.

Наилe СӘБӘХОВА яҙып алды.

Фото Галина Петрованың шәхси архивынан.

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» — ул тормош
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» — ул тормош
Автор:
Читайте нас: