Бишбүләк районы үҙәк дауаханаһының йәш балалар табибы-стоматологы Елизавета Евгеньевна Устинова өсөн медицинаға оҙон юл биологияны яратыуҙан башлана. Был турала ул үҙе ҡыҫҡа ғына әңгәмә барышында һөйләй.
— Мин — Өфө ҡыҙы. Бала саҡтан уҡ кешеләрҙе дауаларға хыялландым, — ти балалар теш табибы. — Мәктәптә биологияны өйрәнеү айырыуса оҡшай ине, hәм ул медицина университетына кергәндә кәрәк булды, сөнки биология профилле фән, hәм мин аны «бик яҡшы»ға тапшырҙым. Yҙем 2008 йылда башҡала медуниверситетына түләүһеҙ нигеҙҙә уҡырға кереп, уны 2013 йылда тамамланым, дөйөм практика табип-стоматологы дипломы алдым. Ә бер йылдан һуң ординатураны тамамлап, үҙ һөнәрем буйынса Өфө нефть университетының санаторий-профилакторийында эшләй башланым. Студенттарҙың, профессорҙарҙың hәм
декандарҙың тештәрен дауаланым.
Шулай итеп ике йыл уҙа. Елизавета кейәүгә сығып, бала ҡарау буйынса декрет ялына китә. 2019 йылда ул балалар табибы-стоматологына уҡырға ниәтләй. Шунан һуң Өфө ҡалаһының 4-се балалар поликлиникаһына балалар стоматологы булып эшкә урынлаша. Теләһә ҡайһы йәш ғаилә өсөн тораҡ проблемаһы hәр ваҡыт киҫкен тора, шуға күрә Елизавета электр йыhаздарын ремонтлау hәм уларға хеҙмәт күрһәтеү буйынса электромонтер булып эшләгән ире Виктор менән 2023 йылда Иглинда фатир һатып алырға ҡарар итә. Лиза Иглин дауаханаһында балалар теш табибы булып эшләй башлай. Уның әсәһе Валентина Евгеньевна иренең тыуған яғына Бишбүләк районының Ивановка ауылына күсенә. Иглинға килеп төпләнгәнсе, ҡыҙын, ейәнен һәм кейәүен Бишбүләк ауылына күсергә күндерә.
— Мин тыңлаусан ҡыҙ булараҡ, әсәйемдең үтенсенән баш тарта алманым hәм шулай уҡ күсенергә булдым, — ти йылмайып Елизавета Евгеньевна. — Миңә Бишбүләк районы үҙәк дауаханаһында эш тә, муниципаль тораҡ та бирҙеләр. Беҙ хәҙер бар ғаиләбеҙ менән Бишбүләк районында йәшәргә, район үҙәгенең төньяҡ микрорайонында матур йорт төҙөргә булдыҡ. Мин өс көн район дауаханаһында балалар табибы-стоматологы булып hәм ике көн Бишбүләк ауылының 3-сө урта мәктәбенең яҡшы йыhазландырылған теш кабинетында эшләйем. Быйыл көҙ беҙҙең улыбыҙ Макар ҙа бында беренсе класҡа уҡырға керҙе. Эшем миңә оҡшай. Мин балаларҙы бик яратам. Ләкин теш табибына hис шикһеҙ тимерҙәй нервылар hәм стресҡа сыҙамлыҡ кәрәк. Һәм hәр баланың үҙ яйын табырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына ыңғай һөҙөмтә буласаҡ. Һәм мин тырышам, ә балалар быны һиҙә...
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.
Марат Фәнил улы АБДУЛЛИН, Бишбүләк районы үҙәк дауаханаһының баш табибы:
— «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда «Ауыл табибы» hәм «Ауыл фельдшеры» программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттар ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Улар республиканыn ауыл тораҡ пункттарына hәм эшселәр ҡасабаларына 3000-ҙән ашыу белгес йәлеп итeргә мөмкинлек бирҙе. 2024 йылдың июнендә Елизавета Устинова «Ауыл табибы» программаһының ҡатнашыусыһы булды. Балалар табибы-стоматологын бәләкәй пациенттар ярата hәм хөрмәт итә. Быйыл Медицина хеҙмәткәре көнөндә район үҙәк дауаханаһы етәкселеге йәш балалар табибы-стоматологын намыҫлы хеҙмәте өсөн ғүмерендәге беренсе Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
«Беҙҙә дөйөм алғанда, табиптар етмәүе бар ерҙә һиҙелә. Һәм был бик мөhим мәсьәлә. Беҙ йыл һайын мәктәптәрҙә яңы стоматология кабинеттары асабыҙ, булғанын ремонтлайбыҙ, уларҙы сит илдәрҙең ҡиммәтле техникаһы менән йыһазландырабыҙ. Улар барыһы ла табиптар менән тәьмин ителергә hәм буш тормаҫҡа тейеш», — тип билдәләне төбәк башлығы Радий Хәбиров.