Районыбыҙ өлгөлө ғаиләләре, күренекле шәхестәре, һәләтле кешеләре менән дан тота. Йыр-моңға ғашиҡ, эшһөйәр, балаларын да рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләгән Хафизовтар Аҙнай ауылында йәшәй.
Улар йәшәгән урамға килеп кереү менән, бында булдыҡлы кешеләр ғүмер итеүен күрһәтеп, йорттары әллә ҡайҙан уҡ балҡып, үҙенә тартып тора. Бар ер төҙөк, һәр нәмә үҙ урынында, йорт тирәһендә тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Был матур пар йәшәү мәғәнәһен аңлап, тормош ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәгеләргә үрнәк булып торалар. Бар нәмәләре етеш, тормоштары түңәрәк, үҙҙәре күркәм.
Әҡлимә менән Хәйҙәр — бер ауылдың һауаһын һулап, Өйәҙе һыуында ҡойоноп үҫкән балалар. Уларҙан замандаштары кеүек ситкә китергә ынтылманығыҙмы тип ҡыҙыҡһынам.
- Мин тегенсе булып Октябрьскийҙа эшләп йөргән йылдарҙа Хәйҙәр менән бер йыл дуҫлашып йөрөнөк тә, 1993 йылда өйләнештек. Был йортҡа килен булып төшкәс, егерме биш йылдан ашыу ҡәйнәм һәм ҡайным менән йәшәнек. Балаларыбыҙ ҙа олатай һәм өләсәй тәрбиәһен алып, уларҙың йылыһын тойоп үҫте. Үҙебеҙ ҙә ауыл балалары булараҡ, тик торорға күнекмәгәнбеҙ. Тормош иптәшем эшкә бик уңған, тырыш кеше. Нимәгә тотына, барыһын да булдыра, йорттағы барлыҡ уңайлыҡтарҙы үҙ ҡулы менән эшләне, - тип йылмая хужабикә.
Ғаилә башлығы Сания һәм Ғәйнулла Хафизовтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, Приют ҡасабаһында водитель һөнәрен ала. Артабан Хәйҙәргә лә ил алдындағы бурысын үтәр ваҡыт етә.
- Армиянан ҡайтҡас туған ауылымда шофер булып эшләнем, әммә хеҙмәт хаҡы самалы булыу сәбәпле, Себергә киттем, алты йыл Когалымда үҙ һөнәрем буйынса эшләнем. Унда ҡалырға ла була ине, әммә ата-әсәйем оло йәштә инеләр, шуға күрә тыуған нигеҙгә ҡайтып төпләнергә ҡарар иттем. Әлеге ваҡытта мин “Башнефть добыча” ойошмаһында эшләйем, унда урынлашҡанға ун һигеҙ йыл тулды, - ти ул, хеҙмәт юлы менән таныштырып.
Хәйҙәрҙең тормош иптәше Әҡлимә ауылдағы мәәниәт йортонда йыйыштырыусы булып эшләй, эштән ҡайтҡан ирен һәм улдарын тәмле ҡайнар ризыҡтар менән ҡаршы ала. Уларҙың йортонда шул тиклем тыныс, һәр ерҙәге бөхтәлек күңелде йылыта, кәйефте күтәрә. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәр күҙҙәрҙе иркәләй, ә барыһынан да бигерәк залдағы стенала элеүле торған мандолина иғтибарҙы йәлеп итә. Был уйын ҡоралының үҙенә күрә тарихы бар, шуға ла ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлана ул.
- Был атайымдың мандолинаһы, ул ауылдағы байрамдарҙа, мәжлестәрҙә уйнай ине. Хәйдәр бабайым (атайымдың ағаһы) ла оҫта мандолина сиртеүсе булған, хатта уйын ҡоралын үҙе үк яһаған да. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа киткән,үкенескә күрә, һәләк булган. Миңа уның хөрмәтенә исем ҡушҡандар, - тип йорт хужаһы ҡулына мандолина алып, уның ҡыдарын сиртә.
Хафизовтар ғаиләһе Яңы йыл кисәләрен, ауыл байрамдарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, башҡа төрлө мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Хәйҙәр Ғәйнулла улының мәҙәниәт йорто сәхнәһенән баянда өҙҙөрөп уйнап, дәртле йырҙар башҡарыуы ауылдаштары күңеленә хуш килә. Сәнгаткә һөйөү уға әсә ҡарынында уҡ һеңгән тиһәк, һис тә яңылышмабыҙ, моғайын.
- Йыр-моңға тартылыу беҙҙә нәҫелдән килә. Уҡыу йылы алдынан Мағәфүр ағайыма костюм алырға тип район үҙәгенә барғандар һәм ул күҙе ҡыҙып, баян алып ҡайтҡан. Мин дә уға эйәреп уйнай башланым һәм 3-сө класта уҡығанда беренсе мәртәбә ауыл сәхнәһендә үҙем баянда уйнап йырлағайным. Ә бер вакыт клубта ауылдаш ағайҙың баянда ла, гармунда ла оҫта уйнағанына ҡыҙығып ҡарап торҙом да, теләһәм мин дә булдыра алам тип сәмләнеп ҡайттым һәм хәҙер был ике музыка ҡоралында ла берҙәй уйнайым. Ә ҡурайға килгәндә, “Хазина” төркөмөнә ҡушылғас, бу милли музыка ҡоралы менән ныҡлап мауығып киттем, - тип һөйләй ул.
Хафизовтар 2022 йылда районда уҙған “Өлгөлө башҡорт гаиләһе” конкурсында ҡатнашып,”Ижади ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Хәйҙәр Ғәйнулла улы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Ялан” вокал ансамбле составында йыш ҡына район, республика күләмендәге сараларҙа ҡатнаша. Ир-егеттәр коллективы 2019 йылда Башҡортостандың 100-йыллығына багышланған конкурста ҡатнашып, II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ул шөғөлләнгән “Моң” баянсылар ансамбле күптән инде үҙҙәренең сығыштары менән халыҡ күңелен яулаған. Хәйҙәрҙең тормош иптәше - Әҡлимә Ғабдулла ҡыҙы мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәй. Ул “Хазина” башҡорт халыҡ фольлор ансамбленең алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы.
Ижади ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙары Айһылыу мәктәп йылдрында уҡ бейеүгә маһир була, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2023 йылда башҡорт ауылдары араһында уҙғарылған “Уңған килен” конкурсында еңеүсе булып танылды.
Хафизовтар өс тиҫтә йылдан ашыу парлы ғүмер кисерә. Татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Айһылыу ауылдашы Айҙар менән матур ғаилә ҡорған, бөгөн улар Стәрлетамаҡта йәшәй. 23 йәшлек улдары Илшат шулай уҡ атаһы менән бер ойошмала оператор булып эшләй, кеселәре Алмаз – Стәрлетамаҡ ҡалаһының химия-технология колледжы студенты.
- Улдарыбыҙ спорт менән мауыға, футбол, хоккей уйнарға ярата. Дим урта мәктәбендә уҡығанда Алмаз ике тапҡыр Ленинград өлкәһенә ҡаҙыныу эштәренә барҙы.Улар хужалыҡта ҙур ярҙамсы. Бала бәләкәйҙән ҡул араһына керһә, моның нәтиҗәсе уңай була. Мәктәптә уҡығанда уҡ техника менән ҡыҙыҡһына инеләр, йәйге осорҙа тракторга ултырып бесән дә сабалар, кәрәк икән, иретеп-йәбештереү эштәрендә лә ярҙам итәләр. Шуға күрә лә, ышанып, ниндәй ҙә булһа эш тапшырам да, үҙем ситтән генә күҙәтеп торам. Былай иткәндә балаларҙың үҙҙәренә ышанысы арта, - ти атай кеше.
Хафизовтарҙың ишек алдында мунча-мискә, беседка, таған, матур бизәкле эскәмйәләр урын алған. Ябай тимергә оҫта ҡулы тейеп, бына тигән зауыҡлы, кәрәкле әйберҙәр барлыҡҡа килгән. Уға ауылдаштары ла заказ бирә, 10-лаған таған яһап һатҡан да инде, бынан тыш, хәйриә ярҙамында ауыл зыяратына ҡапҡа яһаған, мәсет өсөн ағастан эскәмйәләр яһап биргән. Тынғыһыҙ Хәйдәр Ғәйнулла улын ауылдаштары староста итеп ҡайлап ҡуйған, ике тапҡыр ауыл Советы депутаты ла булған ул.
Бына шулай Хафизовтар ғаиләһе бер-береһенең ҡанаты ла, юл күрһәтеүсе маяғы ла булып, донъяла бер-береһенең барлығынан тәм табып, балаларына ҡәҙерле атай-әсәй булып йәшәйҙәр.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.
Ғаилә архивынан алынған фото.