«Ауыл тренеры» программаһы тәүге тапҡыр Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башланы Ул ауыл балаларына белемле белгестәр етәкселегендә физик культура hәм спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирҙе.
Районда программа үҫеш алды, hәм дүрт белгес инде унан файҙаланды. Улар араһында — Дарья Ғәзизуллина, Лев Агеев, Георгий Онанов hәм Ирина Павлова. Программа буйынса тренерҙар торлаҡ алыу, йорт төҙөү, автотранспорт сараһы һатып алыу h.б. өсөн финанс ярҙамы алды.
Йөҙөү буйынса тренер Ирина Анатольевна Павлова беҙҙең районға Дәүләкән ҡалаһынан күсеп килгән. 1970 йылда хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәләре уға бала саҡтан уҡ спортҡа һөйөү тәрбиәләгән. Ирина Анатольевна иҫкә алыуынса, улар бар ғаилә менән ял көндәрендә ҡышын саңғыла, конькиҙа шыуырға сыҡҡан, ә йәйгеһен туристик походтарға йөрөгән. Мәктәп йылдарында ул ҡыҫҡа hәм оҙон дистанцияларға йүгергән, саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан. Район hәм төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Сәмле ҡыҙ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Физик культура педагогы» факультетында белем ала. Артабан үҙ һөнәре буйынса тыуған яғында эшләй. Йөҙөү бассейны инструкторы, тренажер залы инструкторы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булған, шулай уҡ йәйге осорҙа ҡала ситендәге балалар лагерҙарында эшләгән.
2022 йылда Бишбүләк ауылының «Елкән» спорт мәктәбе етәкселеге уны өлкән инструктор-методист, йөҙөү буйынса тренер-уҡытыусы вазифаһына саҡыра.
— «Ауыл тренеры» программаһы буйынса спорт мәктәбендә 2023 йылдан бирле эшләйем. Минең төп бурысым — 6-15 йәшлек балаларҙы hәм үҫмерҙәрҙе разрядлы йөҙөү күнегеүҙәре яһап hәм техник ярҙам күрһәтеп, өйрәтеү, балалар hәм өлкәндәр менән шәхси дәрестәр үткәреү. Төркөмдә 22 уҡыусы шөғөлләнә. Балалар мәктәп hәм район ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Улар араһында еңеүселәр һәм призерҙар бар. Быйыл Максим Таймасов hәм Искәндәр Шәйхетдинов үҫмерҙәр араһында өсөнсө разряд нормативын үтәне. Ата-әсәләр балаларын алты йәштән йөҙөү менән шөғөлләнергә алып килә, — тип һөйләй тренер.
Тренер-уҡытыусы ярҙамында балалар һыуҙа үҙҙәрен тоторға ғына түгел, ә төрлө йөҙөү алымдарына ла өйрәнә. Ул балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә һәм улар спортта юғары һөҙөмтәләргә ирешһен өсөн көс һала.
— Башланғыс этапта киләсәккә йөкләмәләр һәм көсәйтелгән күнекмәләр өсөн база әҙерләү мөhим. Хәлдән тайыу хәүефе бар. Был ваҡытта тренерға баланы тотоп ҡалыу hәм уға туҡтарға ирек бирмәү мөhим. Кәрәкле һүҙҙәр табып йыуатырға һәм спорт менән бары тик көслөләр һәм ҡыйыуҙар ғына шөғөлләнеүен аңлатырға кәрәк. Минең тәрбиәләнеүселәрем уларҙың барыһы ла алда икәнен hәм ныҡышмалылыҡ менән генә еңеүгә ирешеп булыуын аңлай. Тренер — мөhим hәм ябай булмаған hөнәр, — тип билдәләп үтә Ирина Анатольевна.
«Ауыл тренеры» программаһы Бишбүләк районында спортты йәнләндерҙе, хәҙер йәш спортсылар төбәк-ара hәм республика ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Программа тренерҙарҙы йәлеп итте hәм республиканың алыҫ райондарына күсенергә этәрҙе, ә балаларға юғары квалификациялы тренерҙар менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙы.
— Радий Хәбировҡа hәм Бишбүләк районы хакимиәтенә, спорт мәктәбе етәкселегенә рәхмәт. «Ауыл тренеры» программаһы күп кенә тренерҙарға, айырыуса йәштәргә ярҙам итте, — тип тамамлай әңгәмәне Ирина Анатольевна. — 30 октябрь — Тренерҙар көнө. Хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, тормош юлығыҙҙа йылылыҡ күберәк булһын, эшегеҙ бары тик шатлыҡ ҡына килтерһен, ә һеҙҙең адресҡа рәхмәт, маҡтау һүҙҙәре яңғыраһын.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Ирина Павлованың шәхси архивынан.
Радий Хәбиров: «Төҙөлгән объекттарҙа балалар спорт менән, нигеҙҙә, бушлай шөғөлләнергә тейеш. Был мәсьәләне максималь рәүештә тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, бигерәк тә аҙ килемле ғаиләләр һәм спортҡа түләү өсөн мөмкинлектәре булмағандар өсөн. Был – төп маҡсат, беҙ ошоға ынтылабыҙ. Уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышабыҙ».