Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Октябрь , 09:17

Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән

Айыт урта мәктәбенең «Yҫеш нөктәһе» бары тик ыңғай яҡтан ғына баһалана

Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән
Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән

Республикала мәғариф системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, педагогтар hәм мәктәп уҡыусылары өсөн мотивация системаһы булдырыла, илебеҙҙә булған белем биреүҙең иң яҡшы тәжрибәләре индерелә Президент инициативаһы менән ойошторолған «Мәғариф» милли проекты һөҙөмтәһендә бөтә ил буйынса мәктәптәр базаһында, шул иҫәптән ауыл ерендә hәм ҙур булмаған ҡалаларҙа «Yҫеш нөктәһе» үҙәктәре асыла. Улар балаларға заманса технологиялар менән танышырға hәм уларҙың һәләттәрен асырға ярҙам итә. Бындай үҙәктәрҙә цифрлы hәм гуманитар профилле, табиғи-фәнни hәм техникйүнәлешле фәндәр буйынса дәрестәр үткәрелә, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү түңәрәктәре ойошторола.
Айыт ауылының Фатих Кәрим исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында «Yҫеш нөктәһе» табиғи-фәнни hәм технологик йүнәлешле белем биреү үҙәге 2019 йылда
«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә асылды. Ул заманса ҡорамалдар ҡулланып, уҡыусыларҙы табиғи-фәнни hәм техник йүнәлештәге төп дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү программалары менән тьәмин итергә тейеш.

«Yҫеш нөктәһе» үҙәге дөйөм белем биреү ойошмаһының белем биреү мөхитенең бер өлөшө булып тора, уның базаһында түбәндәге фәндәр уҡытыла: «Табиғи-фәнни предметтар», «Табиғи фәндәр», «Йәмғиәт белеме heм тәбиғәт белеме», «Математика hәм информатика», «Технология»; тәбиғи-фәнни hәм техник йүнәлештәге предметтарҙы өйрәнеүгә ярҙам итеү өсөн дәрестән тыш эштәр; уҡыусылар өсөн кластан тыш саралар h.б.
Эшләү дәүерендә Айыт мәктәбегең «Yҫеш нөктәһе» уҡыусылар hәм уҡытыусылар тарафынан ыңғай яҡтан ғына баһалана.
— Уҡыу процесы тулыһынса үҙгәрҙе. Мәктәптә яңы структура барлыҡҡа килеүе арҡаһында күрһәтмә материалдар артты. ОБЖ буйынса балалар беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү манекендарында практика үтә. Жгут бәйләйҙәр, ҡан ағыуҙы туҡтатырға өйрәнәләр. Виртуаль күҙлектәр кейеп виртуаль дoнъяға сумалар. Информатика дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә. «Дрон-
рейсинг» (дроннар ярышы) район конкурсында ҡатнаштыҡ. Балалар видео төшөрә hәм монтажлай. Шахмат турнирҙары ҡыҙыҡлы үтә, — тип һөйләй информатика уҡытыусыһы, Айыт
урта мәктәбенең «Yҫеш нөктәһе» етәксеһе Сәлимә Рәшит ҡыҙы Әминева.

 Мәктәп уҡыусыларының «Yҫеш нөктәһе» тураһындағыфекерҙәре лә шулай уҡ ыңғай — практика күп, бик ҡыҙыҡлы, шөғөлләнгеләре hәм үҙ эштәренең һөҙөмтәләрен күргеләре килә. Белем алыу процесы тағын да мауыҡтырғысыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара. «Yҫеш нөктәһе» программаһы мәктәптәргә үҙҙәрен һәр уҡыусының үҫешенә һәм уңышына йүнәлтелгән инновацион белем биреү учреждениеһы булараҡ күрһәтергә мөмкинлек бирә. Уҡыусыларҙы әүҙем уҡытыу формаларына йәлеп итеп, йәш быуынды уңышлы киләсәк тормошҡа әҙерләргә ярҙам итә.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Айыт ауылы Фатих Кәрим исемендәге урта мәктeбенең
рәсми сайтынан.

Радий Хәбиров: «Беҙҙең өсөн айырым хәстәрлек - ул мәғариф. Балаларыбыҙға һәр мәктәптә - төпкөлдәге ауылда ла, ҡалалағы яңы төҙөлгәндәрендә лә - сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырыу мөһим».

 

Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән
Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән
Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән
Һәр уҡыусының үҫешенә hәм уңышына йүнәлтелгән
Автор:
Читайте нас: