Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Август 2021, 14:03

Ҡыуаныслы ла, бер аҙ ҡыҙғаныс та...

Августа Рәсәй ҡануниәтенә тағы ла үҙгәрештәр индерелә. Халыҡ тормошо өсөн уның йоғонтоһо нисек булыр? Тулы исемлекте сайтта уҡығыҙ.

Ҡыуаныслы ла, бер аҙ ҡыҙғаныс та...
Ҡыуаныслы ла, бер аҙ ҡыҙғаныс та...

Спорт менән шөғөлләнеүгә киткән аҡсаны кире ҡайтарып буласаҡ.

әүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, дауаланыу, белем алыу, хәйриә, торлаҡ һатып алыуға киткән аҡсаның бер нисә процентын һалым органдары аша кире ҡайтарып була ине. 1 августан спорт менән шөғөлләнеүгә киткән аҡсаның да бер өлөшөн кире ҡайтарып буласаҡ. Уның хаҡы сығымға ҡарап билдәләнә, йылына 120 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Һалымды өлкәндәргә генә түгел, балалар спортына ла алып була. Шуны онотмағыҙ, 2022 йылдың 1 ғинуарынан кире ҡайтарылған аҡса - килем тип һаналасаҡ.

Аҡса өҫтәлә.

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың страховкаланған пенсияларына 296 һумға яҡын аҡса өҫтәлә. Бының өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә билдәләнә. Әлегә 10 миллионға яҡын пенсионерҙың пенсияһы артасаҡ тип билдәләнелә.

Ламбардҡа тапшырылған биҙәүестәргә уникаль код бирелә.

1 августан ломбардан биҙәүес һатып алырға теләүселәр уның тарихын уникаль код аша белә ала. Бының өсөн смартфонға махсус ҡушымта ҡуйып, ювелир әйберҙәрҙең биркаһындағы кодты телефон аша үткәрергә кәрәк буласаҡ.

Льготала ғаилә авиабилеттар һатыу башлана

Сибсидиялау ҡағиҙәләре буйынса ғаилә проектына 46 маршрут индерелгән. Льготалы хаҡ менән ғаиләләр Ҡазан, Калининград, Түбәнге Новгород, Владивосток, Ярославль, Петразоводск ҡалаларына оса аласаҡ. Бының өсөн субсидияланған йүнәлеште һайларға һәм берҙәм бронь эшләргә кәрәк.

ОСАГО килешеүе төҙөгәндә нимәләр үҙгәрә?

22 августан автомобиль хужаларына ОСАГО килешеүе төҙөгәндә техосмотр үтеү тураһындағы документ килтереү кәрәкмәй.

Сит ил граждандарына танытмалар бирелә.

24 августан Рәсәй гражданлығы булмаған ваҡытлыса йәшәүселәргә ун йылға шәхес танытмаһы бирелә башлай. Документты алыусы 7 эш көнө эсендә килгән урынында иҫәпкә алыу органдарына мөрәжәғәт итеп, йәшәгән урынын раҫларға тейеш.

Тауышлы рекламалар туҡтатыла.

25 августан йорт стеналарында һәм ҡыйыҡтарҙа урынлаштырылған тауышлы рекламалар туҡтатыла. Былар халыҡты көслө тауышлы, бәйләнгес рекламаларҙан аралау өсөн эшләнелә.

Нотариустар өсөн

Юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың  Дәүләт теркәлеүе үтеүе тураһындағы ғаризалағы ҡултамғаның дөрөҫ икәнлеген теркәүсе нотариустар, документты ғариза яҙылған көндә үк теркәүсе органдарға электрон форматта ебәрергә тейеш.

ataisal.com

Ҡыуаныслы ла, бер аҙ ҡыҙғаныс та...
Ҡыуаныслы ла, бер аҙ ҡыҙғаныс та...
Автор:
Читайте нас: