Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Октябрь 2021, 21:09

"Беҙ – ике ҙур төбәк һәм бергә эшләргә тейешбеҙ"

Бөгөн, 12 октябрҙә, Күмертауҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың эш осрашыуы булды. Етәкселәр төбәктәрҙең иҡтисади үҫеше мәсьәләһен тикшерҙе.

"Беҙ – ике ҙур төбәк һәм бергә эшләргә тейешбеҙ"
"Беҙ – ике ҙур төбәк һәм бергә эшләргә тейешбеҙ"

– Башҡортостан менән Татарстанға артабан да предприятиеларҙы интеграциялауҙы нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә яҡын арала һеҙгә үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарҙан торған төркөмдө йүнәлтергә планлаштырабыҙ. Әгәр ошондай бәйләнештәрҙе үҫтереүгә дәүләт кимәлендә өҫтәмә этәргес бирһәк, был беҙҙең туғандаш республикалар халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәк.

Рөстәм Миңлеханов Башҡортостанға һәм “Рәсәй вертолеттары” холдингы директорҙары Советының күсмә ултырышында ҡатнашырға саҡырғаны өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте.

– Мине Өфөләге Ростех авиация кластерының яңы етештереү-уҡытыу үҙәге эшмәкәрлеге бик ҡыҙыҡһындырҙы. Бөгөн Башҡортостанда күргәнем – абсолют донъя кимәле. “ОДК-УМПО” бик тиҙ үҫешә, шуға күрә лә һеҙҙә кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүләләр, – тине Рөстәм Миңлеханов. – Шулай уҡ Күмертау авиация етештереү предприятиеһының үҫеше, Башҡортостан сода компанияһының күрһәткестәре ҡыуандыра. Беҙ Өфөнө көнсығыш яҡлап сығыу юлы проектындағы ҡыйыу транспорт ҡарарҙарына, инфраструктура йәһәтенән башланғыстарға һоҡланабыҙ. Бизнесмендар сәфәренә килгәндә, беҙ ҙә һеҙгә яуап ите үҙебеҙҙекеләрҙе ебәрергә әҙербеҙ. Беҙ – ике ҙур төбәк һәм бергә эшләргә тейешбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

bashgazet.ru

"Беҙ – ике ҙур төбәк һәм бергә эшләргә тейешбеҙ"
"Беҙ – ике ҙур төбәк һәм бергә эшләргә тейешбеҙ"
Автор:
Читайте нас: