Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Ғинуар 2022, 19:06

Алкоголле эсемлектәргә хаҡ артты

Тик бар төр иҫерткес эсемлектәргә түгел

Алкоголле эсемлектәргә хаҡ артты
Алкоголле эсемлектәргә хаҡ артты

Рәсәйҙең Финанс министрлығы араҡыға, брендиға һәм коньякка минималь хаҡты арттырҙы. Был хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле бойороҡ  10 көндән көсөнә инергә тейеш.

Контрафакт менән көрәшеү өсөн 2009 йылдан алып алкоголгә минималь хаҡ билдәләнә. Бер нисә йыл инде шараптарҙың төрлө категорияларына минималь хаҡ индереү мөмкинлеге лә ҡарала.

Градусы 28% юғары булған этил спиртына һәм иҫерткес эсемлектәргә минималь хаҡтарҙы арттырыу тураһындағы бойороҡтарға ҡул ҡуйылған. Индексация быйыл ғинуарҙан этил спиртына, алкоголле һәм спиртлы продукцияға акциз ставкаһының артыуын, шулай уҡ инфляция кимәлен иҫәпкә ала. Алкоголле продукцияға минималь хаҡтарҙы ҡайтанан ҡарау һәм индексациялау — ғәҙәти процедура. Юғиһә етештереү өсөн сығымдар элек билдәләнгән сиктән артып китә икән.

Фото: Яндекс.Дзен

https://hakmar.ru

Алкоголле эсемлектәргә хаҡ артты
Алкоголле эсемлектәргә хаҡ артты
Автор:
Читайте нас: