Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Март 2022, 20:28

Рәсәй Банкы яңы тәртипте ғәмәлгә индерә

Ул 9 марттан 9 сентябргә тиклем көсөндә ҡала.

Рәсәй Банкы яңы тәртипте ғәмәлгә индерә
Рәсәй Банкы яңы тәртипте ғәмәлгә индерә

Рәсәй Банкы быйыл 9 марттан 9 сентябргә тиклем валюталағы һаҡламдарынан йәки граждандарҙың иҫәптәренән аҡсаны биреүҙең яңы тәртибен билдәләй. Клиенттарҙың валюталағы иҫәптәге йәки һаҡламдағы аҡсаһы һаҡланып ҡала һәм һаҡлам валютаһында иҫәпләнә. Кеше 10 мең АҠШ доллары күләмендәге валютаны ҡулаҡса итеп, ҡалғанын тәғәйен көнгә баҙар курсы буйынса һумдарҙа алыу мөмкинлегенә эйә.

Шуныһы мөһим! Илебеҙгә долларҙы индереү санкциялар менән сикләнә. Банктар тарафынан сит ил валютаһын ҡулаҡса рәүешендә һатыу менән бәйле махсус сараларҙың берҙән-бер сәбәбе ошо. Һумдағы һаҡламдарға һәм иҫәптәргә санкциялар бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Иҫәптәге аҡса һаҡлана, һәр төрлө операциялар барыһы өсөн дә асыҡ.

Рәсәй банктарында валюталағы иҫәптәрҙең 90 проценты тиерлек 10 мең АҠШ долларынан артмай, йәғни ошондай һаҡлам йәки иҫәп хужаларының 90 проценты аҡсаһын валютала ҡулаҡса итеп алыу мөмкинлегенә эйә.

Ошо ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа валюта, иҫәп валютаһы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, АҠШ долларында бирелә. Башҡа валюталарҙың АҠШ долларына конвертацияһы тәғәйен көнгә баҙар курсы буйынса башҡарыла. Валютаны банк кассаһында алырға була.

Граждандар үҙҙәренең аҡсаһын валюталағы һаҡламдарҙа йәки иҫәптәрҙә һаҡлауын дауам итә ала. Барлыҡ аҡса иҫәп йәки һаҡлам асылған валютала һаҡлана һәм иҫәпләнә. Һаҡлам йәки иҫәп буйынса шарттар ҙа үҙгәрмәй. Һаҡламдар буйынса процент һаҡлам асылған валютала иҫәпләнә.

Граждандар валюталағы яңы һаҡламдар һәм иҫәптәр аса ала, ләкин ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа уларҙағы аҡсаны тәғәйен көнгә баҙар курсы буйынса һумдарҙа ғына алырға мөмкин.

Ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа банктар граждандарға валютаны ҡулаҡса рәүешендә һатмай. Ҡулаҡса валютаны теләгән ваҡытта һәм күләмдә һумға алмаштырырға була.

Валюталағы һаҡламдарынан йәки иҫәптәренән аҡсаһын бөтә банктарҙың клиенттары ла алыу мөмкинлегенә эйә. Банктарға аныҡ бүлексәгә ҡулаҡса валютаны тейешле күләмдә алып килеү өсөн бер нисә көн кәрәк булыуы ихтимал.

Фото: pg11.ru/news

https://bashgazet.ru

Рәсәй Банкы яңы тәртипте ғәмәлгә индерә
Рәсәй Банкы яңы тәртипте ғәмәлгә индерә
Автор:
Читайте нас: