Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Август 2021, 12:07

Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә

Быйыл башҡорт халҡының данлы улы, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тула. Башҡортостанда уның хаҡында фильм төшөрөлә, тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.

Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә
Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә

Район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова апрель айында фильм төшөрә башлаған. Сценарийҙы Роман Алферовтың «Шәһиттең йәшлеге» документаль повесы буйынса яҙған. Фильмда Шәһит Хоҙайбирҙинды яҡындан белгән яҡташтарының да хәтирәләре файҙаланыла. Оператор – Әсҡәт Әлимғолов. Фильмда үҙешмәкәр актерҙар, 100-ҙән ашыу кеше, Хоҙайбирҙин ауылы халҡы, Шәһит Хоҙайбирҙиндың яҡташтары ҡатнаша. Төп ролдә — Айнур Байғазин.

«Профессионалдар юҡ, ситтән бер кемде лә саҡырманыҡ. Бөтә ролдәрҙә – ауыл халҡы. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ысын артистар, тиерһең. Фильм төшөрөүҙә бөтәһе лә ихлас ҡатнаша. Кемдер өйөн бирә, кемдер реквизиттар менән ярҙам итә. Яҙын башлаған эште сентябрҙә тамамларға ниәт итәбеҙ. Төшөрөп бөткәс тә, монтажға ултырабыҙ. Был — «Күгәрсен-ТВ» телестудияһы менән бергә ижад иткән һигеҙенсе фильм. Октябрь баштарына фильм сығыр тип уйлайым», — ти режиссер Фәймә Аҡъюлова.

Режиссер һүҙҙәренсә, фильм октябрь баштарына әҙер булырға тейеш. Уны Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә ҡарарға мөмкин. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре 1896 йылдың 9 октябрендә тыуған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә
Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә
Автор:
Читайте нас: