Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 01:04

Путин ниндәй саралар тәҡдим итә?

Рәсәй президенты төбәктәргә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса саралар күрергә ҡушты.

Путин ниндәй саралар тәҡдим итә?
Путин ниндәй саралар тәҡдим итә?

Дәүләт башлағының йөкләмәләр исемлегендәге ошо сараларҙы ҡабул итеү тураһында ҡарарҙы төбәк властары ҡабул итергә тейеш. Документ Кремль сайтында баҫылған.

Владимир Путин Рәсәй субъекттары етәкселәренә төндә йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларының эшен сикләргә һәм төнгө сәғәт 11-ҙән  таңғы 6-ға тиклем күңел асыу сараларын уҙғарыуҙы тыйырға тәҡдим итте.

Губернаторҙар һәм предприятие етәкселәре хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинация өсөн ике ял көнө менән тәьмин итергә бурыслы. Эш хаҡын һаҡлау мотлаҡ. 60 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәрҙе һәм хроник сирлеләрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә тәҡдим ителде. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатмаған 60 йәштән өлкән граждандарҙы изоляция тәртибенә күсерергә тәҡдим ителә.

Ҡайһы бер ойошмаларға вакцинация йәки коронавирусты үткәреү хаҡында белешмә менән генә индерергә кәрәк. Бының ниндәй учреждениеларға ҡағылыуын ил субъекттары үҙҙәре хәл итә.

#ВладимирПутин

Путин ниндәй саралар тәҡдим итә?
Путин ниндәй саралар тәҡдим итә?
Автор:
Читайте нас: