Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 17:33

Яңғыҙ ата-әсәләр иғтибарына

Ата-әсәләрҙе үҙҙәренең ризалығы менән генә командировкаларға һәм эш сәғәтенән тыш эштәргә йәлеп итергә мөмкин. Рәсәй Хеҙмәт кодексының яңы положениеһы 30 ноябрҙә көсөнә инә.

Яңғыҙ ата-әсәләр иғтибарына

Бығаса сикләүҙәр 5 йәшкә тиклемге балаһы булған яңғыҙ ата-әсәләргә ҡағыла ине. Бынан тыш, әгәр хеҙмәткәр күп балалы ата-әсә йәки 14 йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән тулы ғаиләлә ата-әсәнең береһе вахта ысулы менән эшләй икән, эш биреүсе төнгө сменала йәки эштән һуң ҡалып эшләүҙе талап итә алмай. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, бындай хеҙмәткәрҙе эш сәғәтенән тыш йәки төнгө эшкә йәлеп итеү өсөн эш биреүсегә яҙма рәүештә уның ризалығын алырға (иң тәүҙә унан баш тартыу хоҡуғы менән таныштырырға) кәрәк. Был ҡағиҙәләр командировкаларға ҡарата ла ғәмәлдә.

Шулай уҡ закон инвалидтар һәм ауырыу туғандарын ҡараған хеҙмәткәрҙәр өсөн өҫтәмә гарантиялар билдәләй. Хәҙер уларҙы яҙма ризалыҡ менән генә командировкаға ебәрергә мөмкин.

Был турала «Российская газета» хәбәр итте.

Фото: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/

Яңғыҙ ата-әсәләр иғтибарына
Автор: