Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 19:55

Ҡырҡҡа яҡын кеше мәрхүм...

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәре тағы ла нығыраҡ хафаға һала.  

Ҡырҡҡа яҡын кеше мәрхүм...

Ҡәһәрле коронавирус өсөн байрам да, ял да, йәше лә, ҡарты ла юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡорбандары рәтен киңәйтеүен дауам итә. Шуға ла һаҡ булырға, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 673  кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 101 677-гә етте. Һауыҡҡандар – 90 540 (һуңғы тәүлектә 672 кеше өҫтәлгән).

Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 3 316 (һуңғы тәүлектә – 37), уларҙың 2 945-е - алтмышты уҙған оло кешеләр.

Республика стационарҙарында – 545 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙғандар һаны 361-гә тиң (дөйөм иҫәптән 77 кеше ауыр хәлдә, уларҙың һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 7 276 сирле дауалана, уларҙың 5 602-һе алтмышты уҙған.

Бер тәүлектә пневмония 145 кешелә асыҡланған, 107 пациент ошо ауырыуҙан шәбәйеп, дауахананан сығарылған.

Башҡортостанда Covid-19-ҙан вакцинациялау планы 2 484 667 кешегә тиң (республикала өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һаны – 3 105 836).

Дөйөм алғанда, республикаға коронавирустан 2 454 788 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонент 1 903 967 кешегә яһалған. Был вакцина эшләтергә тейешлеләр һанының 76,6 проценты. Ике компонент та 1 634 096 кешегә эшләнгән (65,8 процент).

Бер тәүлектә 30 691 граждан вакцина яһатҡан (беренсе компонентты - 13 028, икенсеһен 17 663 кеше).

Республикала алтмышты уҙғандарҙың һаны - 890 387. Улар араһында беренсе компонентты - 483 478, икенсеһен 409 892 кеше эшләткән.

Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле, аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, дуҫтар.

Фото: sport-express.ru

https://bashgazet.ru

Ҡырҡҡа яҡын кеше мәрхүм...
Автор: