Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 13:26

Тәтешлелә Хәниә Фәрхигә музей асылды

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи хөрмәтенә музей асыу тантанаһы уҙҙы. Унда танылған йырсының әсәһе Фәниә апай, тормош иптәше Ғәбделхәй Биктаһиров, ҡыҙҙары Әлиә һәм Алһыу, яҡындары, туғандары, шулай уҡ уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашҡан.

Тәтешлелә Хәниә Фәрхигә музей асылды
Тәтешлелә Хәниә Фәрхигә музей асылды

Тантана барышында музей булдырыуға тос өлөш индергән кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Унда сығыш яһаусылар Тәтешле һандуғасы Хәниә Фәрхлислам ҡыҙын яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә алды. Артистың яҡташтары иһә Хәниә Фәрхиҙең репетуарынан йырҙар башҡарҙы. 

– Ой, мин был музейҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөм. Бөтә районға, ошо иҫкә алыу кисәһен ойоштоусыларға, барлыҡ килгән ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәт, сөнки улар Хәниә апайымды онотмайҙар, яратып һәм хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайымдың был яҡты донъяны ташлап китеүенә дүрт йыллап ваҡыт үтте инде. Әммә мин ышанам, яҡташтары ғорурланғаны өсөн Хәниә апайым бик шатлана, — тине йырсының бер туғанының ҡыҙы Ғәлиә Ибәтуллина.

Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина был музейҙы асыуға бик күп көс һалған, шуға ла был сарала Фирүзәгә лә рәхмәт әйтеүселәр күп булды, шулай уҡ социаль селтәр аша ла уның тырышлығын лайыҡлы баһаланылар. Мәҫәлән, Роза Сабирова-Вилданова: “Фирүзә ысын күңелдән апайында үҙ ҡаны барлығын күрһәтте, һүҙ менән түгел, ә эше менән. Бәхетле, ғүмерле булһын. Көс һалған барлыҡ кешеләргә рәхмәт. Беҙгә бик йыраҡ, күреп булмай, шулай булһа ла, мин бик шат”, – тип яҙған.

Хәниә Фәрхи музейының ишеге һәр кем өсөн асыҡ, унда уның тормошона ҡағылған күп әйберҙәр урын алған, шәжәрәһе лә ҡуйылған. Йырсының музейы Балалар ижады үҙәге бинаһында урынлашҡан – Үрге Тәтешле районы, Ленин урамы, 86-сы йортта.

Фотолар: Хәниә Фәрхиҙең социаль селтәрҙәге диуарынан, Тәтешле район хакимиәтенең “Бәйләнештә” төркөмөнән.

 https://bashgazet.ru/

Тәтешлелә Хәниә Фәрхигә музей асылды
Тәтешлелә Хәниә Фәрхигә музей асылды
Автор:
Читайте нас: