Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 13:17

Инвалидтарға - бушлай консультация

3 декабрҙә — Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә бушлай консультация алырға мөмкин.

Инвалидтарға  - бушлай консультация
Инвалидтарға - бушлай консультация

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларҙы инвалид балаларҙы реабилитациялауға, реабилитациялауҙың техник сараларына сертификаттар алыу мәсьәләләре буйынса консультация бирә, шулай уҡ инвалидтарға юридик хеҙмәттәр күрһәтә.

Консультацияға Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса яҙылырға була: 8-800-775-00-14.

«Бынан тыш, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле һорауҙарға яуап бирә, квоталар, льготалар һәм гарантиялар хаҡында һөйләй, шулай уҡ актуаль вакансиялар менән таныштыра. 251-51-55, 276-71-86 телефондарына көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем шылтыратырға кәрәк», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 236 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә. Уларҙың 18,3 меңгә яҡыны — балалар.

Башинформ. 

Инвалидтарға  - бушлай консультация
Инвалидтарға - бушлай консультация
Автор:
Читайте нас: