Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 19:36

Мауығыуҙар донъяһы

Бишбүләктә йәшәүсе оҫта ҡуллы Людмила Хәйретдинованың яратҡан шөғөлө бар

Мауығыуҙар донъяһы
Мауығыуҙар донъяһы

Һәр кеше үҙенсә һәләтле, әммә барыһы ла талантын тоя hәм аса белмәй. Бишбүләктән  Людмила Хәйретдинова йәш сағында уҡ үҙенең ябай булмаған ижади потенциалы барлығын аңлаған. Бөгөн  талантлы оҫта ижад итмәйенсә,  бер көн дә тора алмай. Ә сәнғәткә мөхәббәт, гүзәллеккә ынтылыш Людмила Геннадьевнаға иҫ киткес ҡул эштәре булдырырға ярҙам итә. Бер йыл самаһы элек ул һабын ҡайнатыу менән мауыға башлай hәм хәҙер ысын һабын шедеврҙары тыуҙыра.

— Карантин hәм бала ҡарау буйынса ял яратҡан эш менән шөғөлләнеүгә әүерелде. Беренсе декрет ялында үреү менән шөғөлләндем, булавкалар яһаным, исемле беләҙектәр hәм тиҫбеләр эшләнем, - ти ул, үҙенең мауығыуҙары хаҡында.

Ваҡыт уҙыу менән ҡул оҫтаһының башҡа нәмә, яңы hәм матур ғына түгел, ә ят әйберҙәр яһау теләге барлыҡҡа килә башлай. Шулай итеп, Людмила һабын ҡайнатыу менән мауығып китә.

- Һабындың төрлө булыуы мине йәлеп итте. База формалары менән эшләйем. Күптәр формаларҙы үҙҙәре яһай, мин әлегә һатып алынғандар менән эшләйем. Бала ҡарау осорондағы ял ваҡытында иғтибарымды нимә менән булһа ла ситкә йүнәлтергә теләнем, был үҙенә күрә өҫтәмә табыш алыу ҙа, — тип дауам итә Людмила Геннадьевна.

Беренсе эштәрен оҫта ҡуллы ҡыҙ туғандарына, дуҫтарына бүләк иткән. Бүләктең оҡшауын hәр ваҡыт күңелле бит, hәм был Людмиланы үҙ ҡулдары менән нимә булһа ла эшләргә, туғандарына hәм яҡындарына шатлыҡ бүләк итeргә рухландыра. Әкренләп хобби яратҡан эшенә әүерелә. Оҫта ҡуллы ҡыҙ үҙенең тырышлығының һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт ҡалғас, социаль селтәрҙәрҙә үҙ эшсәнлеген үҫтереү тураһында мәғлүмәт бирә. Людмила социаль селтәрҙәрҙә төркөм булдыра, эштәренең фоторәсемдәрен ҡуя башлай.

 — Күңелгә ятҡан шөғөл табыуыма бик шатмын. Дөрөҫөн әйткәндә, иремдең ярҙамынан тыш минең бер генә мауығыуым да, бигерәк тә һабын ҡайнатыу булмаҫ ине. Һабын нигеҙен, формаларын, ароматизаторҙарын, буяуҙарҙы, үҫемлек майҙарын һатып алыу өсөн шаҡтай аҡса  кәрәк бит. Үҙ ҡулдарың менән ҡайнатҡан һабын - ул экологик продукт, ул тәбиғи компоненттарҙан ғына тора.  Уны теләһә ниндәй тире өсөн ҡулланып була. — ти,ижади ҡарашлы ханым.  

Әгәр быны яратҡан шөғөл йәки эшме тиһәк, Людмила Геннадьевна хоббиға ҡарағанда кyберәк эш, тип һанай, ул күңелгә кинәнес тә бирә, хеҙмәт хаҡына өҫтәмә лә. Оҫтаның даими клиенттары бар инде. Людмила фекеренсә, һабын ҡайнатыуҙа иң мөhиме - үҙ эшеңде яратыу, ниндәйҙер яңылыҡты эшләп ҡарау теләге hәм хаталаныуҙан ҡурҡмау. Ә йәш оҫталарға эште ябайҙан  башларға, күп мәғлүмәт тупларға, hәм иң мөhиме, ниндәйҙер яңы әйбер яһауға бар күңелеңде бирергә кәрәк – эшеңә ҡарап шуны тояһың да.  

Карина ПАВЛОВА.

Мауығыуҙар донъяһы
Мауығыуҙар донъяһы
Автор:
Читайте нас: