Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 10:37

Шүлгәнташта ла мәсет буласаҡ.

Популяр туристик объект булған мәмерйәгә килеүсе дини кешеләр өсөн быйыл йәйгеһен бында Ағиҙел яры буйынса иман йортона нигеҙ һалынған. БР мосолмандарының Диниә назараты ойошторған төҙөлөшкә урындағы халыҡ иғәнә һалған. 

Шүлгәнташта ла мәсет буласаҡ.
Шүлгәнташта ла мәсет буласаҡ.

Яңыраҡ районға мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин эш сәфәре менән килгәндә мәсет төҙөлөшөн ҡараны. Ул аҙаҡ соцселтәр сәхифәләренә һалған видеояҙмала иман йортон ҡороуға ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтеп, иң баштан спонсор булған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбановты айырып үтте.

Район имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов белдереүенсә, Шүлгәнташ мәсете төҙөлөшө киләһе йылдың йәй-көҙөндә тамамланасаҡ.

ye102.ru

Шүлгәнташта ла мәсет буласаҡ.
Шүлгәнташта ла мәсет буласаҡ.
Автор:
Читайте нас: