Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 11:29

Шифаханаларға – QR-код буйынса

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде. 

Шифаханаларға – QR-код буйынса
Шифаханаларға – QR-код буйынса

1 декабрҙән ҡунаҡханаларға, профилакторийҙарға, пансионаттарға, шулай уҡ шифаханаларҙың ял йорттарына урынлашыу өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина үтеү хаҡында сертификат, йәки һуңғы алты айҙа сирҙе кисереү хаҡында белешмә, йә булмаһа ковидтан прививка эшләтергә ярамау тураһында белешмә булыуы шарт. Был мәғлүмәттәрҙе ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән бергә күрһәтеү мөһим.

Республиканың шифахана-курорт тармағы эшмәкәрлегендә был нисек сағыласаҡ? Эксперттар шул туралағы фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Константин Фролов, Башҡортостан Республикаһы Шифахана-курорт ойошмалары ассоциацияһы рәйесе:

— Был беҙҙең тармаҡ өсөн ауырыраҡ ҡарар, ләкин яйлап хәл тотороҡланыр, тип уйлайым. Беҙҙең бурыс – ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы башҡарыу. Республика шифаханалары QR-кодтар индереүгә әҙер, тип әйтә алам. Әлбиттә, ял итеүселәр һаны һиҙелерлек кәмейәсәк. Күберәк кешеләрҙең прививка яһатыуы мөһим, шул осраҡта еңелерәк буласаҡ. Декабрь айында шифаханаларҙы тултырыу буйынса һорауҙар юҡ, был – байрамдар һөҙөмтәһе.

Константин Фролов шулай уҡ республика шифаханалары тәҡдим иткән ковидтан һуң реабилитация программаһына ла туҡталды, уның һәр шифаханала булыуын, кешеләрҙең Башҡортостанда бындай программа барлығын белеп килеүен билдәләне.

Кашаф Ямалетдинов, “Танып” шифаханаһы директоры:

– Республика шифаханаларына урынлашҡанда QR-кодтар мотлаҡ кәрәк буласағы хаҡында алдан уҡ белә инек, шунлыҡтан был ниндәйҙер өҫтәмә проблемалар тыуҙырыр, тип уйламайым. Ял итеүселәр ул турала путевка һатып алған саҡта уҡ иҫкәртелә. Әлбиттә, декабргә путевкалар, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бер ни тиклем кәмене, ләкин хәл үтә ауыр, тип әйтеп булмай. Әлеге мәлдә яңы йыл байрамдарына путевкалар әүҙем һатыла. Бөтәһе лә QR-код кәрәклеге турһында белә һәм был берәүҙе лә өркөтмәй.

Эпидемияға ҡаршы сараларға килгәндә, улар – мотлаҡ битлек режимы, тән температураһын үлсәү, биналарҙы санитар эшкәртеү– беҙҙә күптән етди күҙәтелә. Ял итеүселәр ағымын айырырға тырышабыҙ, шуға күрә ашханала һәм дауалау блоктарында сираттар юҡ. Ял саралары ла мөмкин тиклем кәметелде. Шифахана хеҙмәткәрҙәренең бөтәһе лә прививка яһатҡан.

Андрей Степков, “Йоматау” шифаханаһы директоры:

– Был сара, аңлашып тора, бик кәрәкле. Ковидҡа бәйле эпидемиологик хәл шуны талап итә. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, пациенттар аҙаясаҡ, ләкин улар ныҡ кәмемәйәсәк – алдан бирелгән заявкаларға ҡарағанда, яҡынса 6-7 процентҡа ғына аҙыраҡ буласаҡтар. Кешеләр хәлде аңлап ҡабул итә, күптәрҙең QR-коды бар, байтағы сирҙе үткәреү йәки прививка яһатырға ярамау хаҡында белешмә алып килә.

Шифаханала битлек режимын, социаль арауыҡты күҙәтеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Роспотребнадзор күрһәтмәһе буйынса өҫтәмә санитар эшкәртеүҙәр үткәрелә. Быларҙың бөтәһе лә беҙгә шифахана территорияһында яңы сирләү осраҡтарын булдырмау мөмкинлеген бирә.

Ял итергә килеүсе шифаханаға урынлашҡанда ковид асыҡланған осраҡ та булды беҙҙә. Табип беренсе ҡарағанда сиргә шик тыуһа, пациент изоляторға урынлаштырыла, унан ПЦР-анализ алына. Өс сәғәт эсендә, әгәр диагноз раҫланһа, ул дауаханаға ебәрелә йәки өйөнә ҡайтарыла.

Сығанаҡ: "Башинформ".

bashkizi.ru

Шифаханаларға – QR-код буйынса
Шифаханаларға – QR-код буйынса
Автор:
Читайте нас: