Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2021, 12:39

Кешеләргә ярҙам итеү — уның төп бурысы

Ҡасҡын ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Зәриә Рифғәт ҡыҙы Ниғмәтуллина яратҡан эшенә 39 йыл ғүмерен бағышлаған.

Кешеләргә ярҙам итеү — уның төп бурысы
Кешеләргә ярҙам итеү — уның төп бурысы

Бер тапҡыр hәм ғүмерлеккә һайлаған hөнәре уға дoнъяла иң яҡшыһы булып тойола.. «Башҡортостан Республикаһы буйынса 2021 йылда урта медицина hәм фармацевтик белемле иң яҡшы белгес» республика hөнәри конкурсында «Иң яҡшы фельдшер» номинацияһында күптән түгел еңеүе шуны раҫлай.

 — Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға район үҙәк дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Зоя Николаевна Данилова тәҡдим итте, — тип һөйләй Зәриә Ниғмәтуллина. — Конкурс комиссияһы һуңғы өс йылда Ҡасҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты эшсәнлеген өйрәнде. Район этабын уңышлы үттем, республика этабында еңeрмен, тигән уй хатта башҡа ла кермәне.

 Зәриә Рифғәт  ҡыҙы тыумышы менән Йылбулаҡтамаҡ ауылынан. Атаһы бик иртә вафат була, Зeриә ул саҡта 5-се класта уҡыған. Өс балаһын әсәләре Хөснигөл Ибраhим ҡыҙы бер yҙе аяҡҡа баҫтыра, бала саҡтан уҡ еңел булмаған ауыл тормошона өйрәтә. Урта белем тураһында аттестат алып, һөнәр алыр мәл еткәс, ҡыҙ Туймазы медицина училищеһының акушерлыҡ бyлегенә уҡырға инә. 1982 йылда уны уңышлы тамамлап, Бишбүләк ауылында район үҙәк дауаханаһының бала табыу йортонда эшләй башлай.

 — Өс айҙан һуң кейәүгә сығып, Ҡасҡын ауылына күстем. Башта 12 йыл колхоз профилакторийындe эшләнем, бына инде 27 йыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләйем. Әлбиттә, элек эш күпкә ҡатмарлыраҡ ине. «Ашығыс ярҙам» машиналары юҡ ине, хәйер, ярай eле, колхоз идараһы төнгө саҡырыуҙарға һәм ауырыуҙарҙы дауаханаға оҙатыу өсөн дежур машина бирҙе, — тип иҫкә ала Зәриә Рифғәт ҡыҙы. — Ауырыуҙарҙы күп осраҡта дауаханаға ат, тракторҙарҙа алып бара торғайныҡ. Минең практикамда юлда бала табыусылар ҙа булды. Ул саҡта  бала табыусылар һаны күп булды, йылына 10 - 15 йөклө ҡатын иҫәптә тора ине. Айыт ауылында врачлыҡ амбулаторияһы асылғас, эш күпкә еңеләйҙе.

Зәриә Рифғәт ҡыҙы халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтә, үҙ ваҡытында халыҡҡа профилактик медицина тикшереүе уҙғара, иҫәптә тороусы ауырыуҙарҙы даими контролдә тота, һау-сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, кәрәкле документтарҙы ваҡытында рәсмиләштерә — барыһын да һанап бетөрөрлөк түгел. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлдә, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, халыҡ менән аңлатыу һәм профилактик эш алып бара. Һүҙ уңайынан, Ҡасҡында халыҡтың 95%-ты коронавирус инфекцияһынан вакцинация яһатҡан. Хеҙмәт күрһәтелә торған участокта 155 кеше: 140 өлкән йәштәге һәм 15 бала. Һәм hәр кемгә индивидуаль ҡараш — иғтибарлы, изгелекле, ярҙамсыл фельдшерға ауылдаштары ихлас күңелдән тартыла. Ул бер ҡасан баш тартмаясаҡ, сөнки кешеләргә ярҙам итеү - уның булмышы.

1999 йылда Зәриә Рифғәт ҡыҙы «Дауалау эше (фельдшер)» программаһы буйынса яңынан hөнәри әҙерлек уҙа. Һәр биш йыл һайын квалификацияһын күтәрә. Юғары квалификация категорияһына эйә. Фельдшер эшләү дәүерендә бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары hәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ауыл фельдшерының намыҫлы хеҙмәтен сираттағы раҫлау Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы булған, уны уға быйыл медицина хеҙмәткәрҙәре  көнөндә тапшырғандар. Ауыл фельдшеры һау-сәләмәт йәшәү  рәүеше алып бара hәм ауылдаштарына өлгө күрһәтә: йәйгеһен саҡырыуҙарға бары тик велосипедта ғына бара, скандинав йөрөшө менән дә шөғөлләнә. Зәриә Рифғәт ҡыҙының мауығыуҙар дoнъяһы ла киң : ҡул эштәренә маһир, сәскәләр үҫтерә, төрлө ҡамыр ризыҡтары бешерергә ярата. Бынан тыш, ауыл, район,  республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша — айырым да, «Ынйылар» фольклор вокаль төркөмө составында ла сығыш яһай. Әүҙем йәмәғәтсе, Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаты булараҡ, 22 йыл дауамында йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй:  ҡатын-ҡыҙҙар советы составында ғаиләләргә, балаларға, яңғыҙ әсәләргә ярҙам күрһәтеү, төрлө саралар уҙғарыу буйынса социаль әһәмиәтле бурыстарҙы хәл итеү менән шөғөлләнә. Ауылды төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеyҙән бер ҡасан да ситтә ҡалмай, сөнки бар ерҙә тәртип ярата.

Зәриә Рифғәт ҡыҙының тормошонда төп таянысы - ғаилә. Ире Рәдис Мирас улы менән ике ҡыҙ hәм бер ул үҫтергәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан: Регина менән Руфина педагогик юлды һайлаған, Азамат Себер тарафтарында эшләй. Балалар тыуған йортта йыш ҡунаҡ була. Зәриә Ниғмәтуллина инде дүрт тапҡыр өләсәй: уның өс ейәне һәм бер ейәнсәре бар.

Ирина ФОМИНА.

Кешеләргә ярҙам итеү — уның төп бурысы
Кешеләргә ярҙам итеү — уның төп бурысы
Автор:
Читайте нас: