-2 °С
Ҡар
Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт органдары биналарында, юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа һәм уларҙың янында, аэропорттарҙа һәм порттарҙа, вокзалдарҙа, ғибәҙәтханалар урынлашҡан участкаларҙа һәм йәшәйеште тәьмин итеү объекттары эргәһендә митингтарҙы тыйыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.
Әлегә тиклем президент резиденциялары, судтар, ашығыс оператив хеҙмәттәр һәм Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениелары янында ғына митингтар үткәреү тыйылғайны.
Яңы законға ярашлы, төбәктәр митинг ойоштороу тыйылған урындарҙы үҙҙәре билдәләү хоҡуғына ла эйә.