Ҡорғган өлкәһендә наркоманияға ҡаршы көрәшкә айырым иғтибар бирергә кәрәк, тип белдерҙе Владимир Путин төбәк губернаторы Вадим Шумков менән осрашыуҙа. Ул был йүнәлеш буйынса өлкә башлығының актив позицияһына өмөтләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ президент урындағы хакимиәткә үҙ ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм мобилизацияланған ғаиләләрҙең “паспорттары”н булдырыуҙы хупланы.
— Дистанцион осрашыуҙа Вадим Шумков Президентҡа мобилизацияланыусыларҙың туғандарына ярҙам итеү тураһында һөйләне. Губернатор әйтеүенсә, ерле хакимиәттәр үҙ ғаиләләренең “социаль портретын” булдырған, унда кешеләргә, мәҫәлән, фатирҙы ремонтларға йәки газ үткәрергә кәрәклеген тасуирлаған. Был программаны тормошҡа ашырыу менән проблема юҡ, тине өлкә етәксеһе. Владимир Путин төбәк башлығына рәхмәт белдерҙе: “Мобилизацияланған һәр ғаиләнең “бындай “паспорты” идеяһы бик яҡшы, һәм уны бөтә илгә таратырға кәрәк булыр тип уйлайым”.
Сығанаҡ: ИЗВЕСТИЯ
Фото: РИА Новости