11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Бөтә Өфө”, “Сәләм”, UTV һәм “Юлдаш” радиостанцияларының тура эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк.
Республика етәксеһенә текст рәүешендә йәки видео һорауҙы бер нисә ысул менән бирергә мөмкин:
- Башҡортостан Башлығы сайтындағы махсус бүлектә ( разделе );
- MAX милли мессенджерҙағы чат-бот аша ( чат-бот );
- telegram чат-бот аша ( чат-бот );
- “Бәйләнештә”ге чат-бот ярҙамында ( чат-бота );
- "Одноклассники" чат-бот аша ( чат-бот );
Дәүләт хеҙмәттәре сервисы аша – «Госуслуги. Решаем вместе».
Видеояҙмаларҙы 10 ноябрҙә 19:00 сәғәткә тиклем ебәрергә мөмкин.
Уларҙы яҙҙырғанда төшөрөү буйынса тәҡдимдәрҙе ( рекомендации ) үтәү мөһим.
Фото: glavarb.ru.