Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Ноябрь 2025, 09:46

Мәскәү студенты Башҡортостан Башлығы булырға теләк белдергән

Салауат районынан Ғайсар Мөхәмәтйәнов Мәскәү дәүләт университетында уҡый.

Мәскәү студенты Башҡортостан Башлығы булырға теләк белдергән
Мәскәү студенты Башҡортостан Башлығы булырға теләк белдергән

Ул Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә ҡыҙыҡлы һорау ебәрҙе. Егеттең һүҙҙәренсә, ул киләсәктә республика етәксеһе булырға хыял итә.

«Иң мөһиме, бирешмәҫкә!» — тип яуап бирҙе Башҡортостан башлығы. Унан: «Шәп егет республикаға ҡайтһын өсөн үҙемдең урынымды бушатырға әҙермен», - тип шаяртты Радий Хәбиров.

«Беҙҙең уҡыусыларҙың Мәскәү вуздарына уҡырға инеүе ҡыуаныслы күренеш, был — беҙҙең мәғарифтың күрһәткесе. Иң мөһиме, юғалып ҡалмаһындар. Икенсе һорау — бөтәһе лә республиканан ситтә үҙ урынын таба алмай. Беҙҙең йәштәр — беҙҙең ресурс. Улар ҡайтһын өсөн беҙгә тырышырға, улар менән эшләргә кәрәк. Тиҙҙән Мәскәү вуздары студенттары менән осрашасаҡмын», — тип белдерҙе Хәбиров.

Башинформ. 

Мәскәү студенты Башҡортостан Башлығы булырға теләк белдергән
Мәскәү студенты Башҡортостан Башлығы булырға теләк белдергән
Автор:
Читайте нас