Дим буйҙары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Ғинуар 2022, 12:20

Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков беренсе урын алды!

Өсөнсө урынды тағы ла бер Рәсәй спортсыһы...

Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков беренсе урын алды!
Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков беренсе урын алды!

Рәсәй биатлонсыһы, яҡташыбыҙ Антон Бабиков Италияның Антхольц ҡалаһында уҙған Донъя кубогының етенсе этабында шәхси уҙышта беренсе урын яуланы.

Өфө егете дүрт рубежда ла сәпкә төҙ атты. Егерме саҡрым арауыҡты 49 минут 46,8 секунд эсендә үтте. Норвегия спортсыһы Тарьей Бе бер тапҡыр яҙа атып, икенсе урынға сыҡты. Ә өсөнсө урынды тағы ла бер Рәсәй спортсыһы Кәрим Хәлили яуланы, ул бер тапҡыр яҙа атты. Әйткәндәй, Кәрим Хәлили өсөн был еңеү Донъя кубогында шәхси уҙыштағы тәүге уңышы булды.

Антон Бабиков өсөн Донъя кубогында был еңеү икенсеһе, бынан алда ул 2016/17 миҙгелдә Шведцияның Эстерсунд ҡалаһында уҙған эҙәрлекләү уҙышында еңеүгә өлгәшкәйне. Ғөмүмән, ул донъя кимәлендәге уҙыштарҙа өс тапҡыр подиумға күтәрелгән.

Антон Бабиков Пекинда уҙған Олимпиа уйындарына ла барасаҡ, әммә әлегә запас иҫәбендә.    

Автор фотоһы.

https://bashgazet.ru

 

Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков беренсе урын алды!
Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков беренсе урын алды!
Автор:
Читайте нас: