Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
1 Август , 16:35

Көрәш — үҫмерҙәр өсөн дөрөҫ спорт төрө

Йылбулак-Матвеевка ауылынан Савелий Егоров өсөн спорт тәүге урында тора.

Көрәш — үҫмерҙәр өсөн дөрөҫ спорт төрө
Көрәш — үҫмерҙәр өсөн дөрөҫ спорт төрө

Башҡортостанда спорт үҫешенә, спорт комплекстары һәм стадион һәм күнекмәләр залдары төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә, был иһә бар республика халҡына спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең төбәктә даими рәүештә физик культура һәм спорт менән 2,175 млн ашыу кеше шөғөлләнә һәм ул 58,2% тәшкил итә (2022 йылда — 56,1%).
Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Савелий Егоров —Башҡортостанда милли көрәш буйынса чемпион булып танылды.Үҫмер әйтеүенсә, ул тап бына милли көрәшкә өҫтөнлөк биргән, сөнки беренсенән, был үҙеңде һаҡлау, туғандарыңды һәм яҡындарыңды яҡлау өсөн кәрәк, икенсенән, спорт менән шөғөлләү тәртипкә өйрәтә, ныҡлы характер тәрбиәләй һәм шулай уҡ — һаулыҡ өсөн дә яҡшы. «Ҡыҫҡаһы, көслө һәм яҡшы кешеләр булып үҫһен өсөн балаларға спорт бик кәрәк. Ә һәр үҫмер өсөн —был дөрөҫ спорт төрө, характерға һәм  ысын ир-егет сифаттары тәрбиәләй», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы. Бының менән килешмәйенсә булмай.
— Минең өсөн спорт — һыу, ризыҡ кеүек, дөрөҫөн әйткәндә, күнекмәләрһеҙ мин йәшәй алмайым, —тип һөйләй спортсы. —Әле башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡмәктәп исеменән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша торғайным.Әммә ныҡлап ике йыл элек шөғөлләнә башланым. Минең миҙалдарым  ул тиклем күп түгел, әммә ярыштарҙа еңгән өсөн күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙарым һәм бүләктәрем бар… Спорт миңә иптәштәрем алдында ғына түгел, ә өлкәндәр алдында ла дәрәжәмде күтәрергә ярҙам итте. Күптәр милли көрәш менән шөғөлләнеүгә етди ҡарай, дуҫтарым да араларында шундай кеше булғанға шат. 
Савелий неөлгәшенгәндәрҙә генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Ул тренерҙар Илһам Ришат улы Әхмәтшин һәм Азамат Раяз улы Хәбетдинов менән шөғөлләнә.
— Беҙ улыбыҙҙы яратабыҙ, уны ҡеүәтләйбеҙ һәм уның өсөн борсолабыҙ, — ти йәш көрәшсенең әсәһе Оксана Геннадьевна. —Уның барыһы ла яҡшы булыуын теләйбеҙ. Спорт менән шөғөллөнеү уға файҙаға ғына булыр, тип ышанабыҙ. Савелий Өфө тимер юлы транспорты техникумына уҡырға инде, машинист һөнәре аласаҡ. .
— Спорт һөйөүселәрҙе яратам һәм хөрмәт итәм. Үҙем дә спорт менән шөғөлләнәм. Хәрәкәт итеү — ул тормош. Был үҙеңдең сәләмәтлеге өсөн, үҙеңде формала тотоу өсөн кәрәк, — ти, Бишбүләк 3-сө урта мәктәбе директоры Владислав Петров. — Сәләмәт тормош алып барыусы һәм спорт менән мауығыусы уҡыусыларҙы күреү шатландыра. Районыбыҙҙа төрлө спорт төрҙәре буйынса үҙебеҙҙең чемпиондар бар.Беҙҙең мәктәптә тәжрибәле тренерҙар ярҙамында уҡыусыларабыҙ биш йәштән алып милли көрәш менән шөғөлләнә. Улар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. Еңел атлетика ла үҫешә һәм уҡыусылар Мәжит Ғимазетдинов етәкселегендә төбәк-ара ярыштарҙа призерҙар булды. Шуныһы һөйөнөслө, йыл һайын республикала 800 мең кеше ҡатнашҡан 15,5 мең физкультура-һауыҡтырыу саралары үтә. Был спартакиада, фестивалдәр, универсиадалар, шулай уҡ  иҫтәлекле даталар һәм һөнәри  байрамдар уңайынан үткәрелгән саралар, — Спорт аҙналыҡтары, Ҡышҡы уйын төрҙәре, Рәсәй Саңғы юлы, Олимпиада көнө, Физкультурник көнө һ.б. Беҙҙең район  —бик спорт сараларында ҡатнашыусы.

Галина ВАРИКОВА.
Савелий Егоровтың шәхси архивтан алынған фото.

Көрәш — үҫмерҙәр өсөн дөрөҫ спорт төрө
Көрәш — үҫмерҙәр өсөн дөрөҫ спорт төрө
Автор:
Читайте нас: