Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Август , 12:21

Ата-әсәһенең юлын дауам итә

Йыл һайын армрестлинг буйынса республика кимәлендәге спорт ярыштарында беҙҙең командаларҙың еңеүендә тәрбиәләнеүселәрҙең, шулай уҡ «Елкән» спорт мәктәбенең һәм армспорт буйынса тренер-преподаватель Георгий Онановтың да өлөшө ҙур.

Ата-әсәһенең юлын дауам итә
Ата-әсәһенең юлын дауам итә

—Районыбыҙҙа традицион спорт төрҙәре буйынса ғына түгел, шулай уҡ  рус лаптаһы һәм башҡорт милли көрәшен үҫтереүгә йүнәлтелгән эш алып барыла, —тип һөйләй Елена Арефьева, Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм ижтимағи берләшмәләр менән хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы. — Спорт секцияларын популярлаштырыуҙа кадрҙар буйынса проблемалар бар, әммә уны хәл итеп була. Был йәһәттән дәүләт программалары эшләй. Республика етәкселеге ярҙамында райондарҙа төрлө спорт төҙәренә иғтибар бирелә. Спортсыларҙың үҙҙәрен дә, тренерҙарын да дәртләндереү саралары өсөн тотош система булдырылған. Шуларҙың береһе - «Ауыл тренеры» программаһы. Әлеге мәлдә, 2020 йылдан алып, Бишбүләк районында дүрт ауыл тренеры бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алды.

Бишбүләк районының ҡул көрәше батырҙарының республикала еңеү артынса еңеү яулауы Онановтар ғаиләһе менән бәйле. Ул үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланды. «Батыр» атлет клубына нигеҙ һалыусылар — ғаилә парҙары Гоча Константинович һәм Татьяна Михайловна —  бер нисә быуын йәштәрҙә был спорт төрөнә һөйөү тәрбиәләп, легендаға әүерелде. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн был ғаилә эстафетаһын лайыҡлы рәүештә 38 йәшлек тренер-преподаватель, «Елкән»  спорт мәктәбе тренеры Георгий Гочиевич алып бара. Ул республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2020 йылда булдырылған «Ауыл  тренеры» программаһы буйынса сертификат алыуға иреште (2023).
—Мин Бишбүләк ауылында тыуып-үҫтем, барлыҡ малайҙар кеүек хәрәкәтсән спорт уйындарын яраттым, — тип һөйләй Георгий Онанов. — Минең атайым йәштән үк көс талап итә торған спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирҙе. Ул хатта Грузиияның грек-рим көрәше буйынса һәм армспорт буйынса призер булды. Шунан ул был мауығыуын беҙҙең ғаиләгә «йоҡторҙо”, артабан инде Бишбүләк районы йәштәрен был спорт төрөнә йәлеп итте. Шуға күрә минең яҙмышым хәл ителгәйне инде. Бишбүләк 2-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ  физик культура техникумына уҡырға индем. Артабан физик культура институтын тамамланым. 2009 — 2010 йылдарҙа армияла хеҙмәт иттем.  Ысын ир-егеттәр мәктәбен Новороссийскиҙа Һауа-десант ғәскәрҙәрендә гвардия сержанты булып үттем. Армиянан ҡайтҡас, «Батыр» атлет-клубында тренер-преподаватель булып эшләй башланым. Шул осорҙа ул «Вектор» йәштәр үҙәгенә ҡарай ине. Бында беҙ армспорт менән генә түгел,  пауэрлифтинг, гер спорты һәм бокс менән ныҡлап шөғөлләндек. 2022 йылда «Елкән» спорт клубында тренер-преподаватель булып  эшләй башланым.  

Бишбүләк спортсылары алған кубок, миҙал, төрлө наградалар һәм дәрәжәләрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел. Был ныҡлы ихтыяр көсө һәм ныҡышмалыҡ талап итә, ә тәрбиәләнеүселәренә нисек еңергә һәм иң яҡшыһы булырға өйрәткән кеше, әлбиттә, Бөтә донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы, халыҡ-ара спорт мастеры, беҙҙең әңгәмәсенең әсәһе — Татьяна Михайловна (шуныһын да әйтергә кәрәк, күптәр уны тренировкалар барышында «Таня әсәй» тип йөрөтә). Георгий үҙе, шулай уҡ төрлө мәртәбәле ярыштарҙа йыш ҡатнаша, мастер спорты нормативын үтәгән.
—Беҙҙең районда төрлө спорт төрҙәренә район етәкселәре тарафынан етди иғтибар бирелә. Бар республикаға беҙҙең хоккейсылар, волейболсылар, футболсылар, еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр, көрәшселәр танылыу алыуы—  ҡыуаныслы хәл, — тип дауам итә  Георгий Константинович. — Башҡортостан буйынса Ауыл спорт уйындарында беҙҙең армспорт менән шөғөлләнеүселәр 25 йыл рәттән беренсе урында килә. Был матур йоланы артабан да дауам итербеҙ тип уйлайым. Чемпиондар үҫә һәм уҡырға китә, армияға алына,һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлаша. Әммә беҙҙә яңы быуын көрәшселәр үҫә, 18 йәшкә ҡәҙәр көрәшеүсе үҫмерҙәрҙең фамилияларын әйтеп үтке килә: Алексей Иванов, Евгений Макаров и Владислав Степанов. Уларҙың барыһының да беренсе разряды бар. Улар 2023 йылда Волга буйы федераль округы ярыштарында призлы урындар яуланы һәм Башкортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында Рәсәй Чемпионаты һәм Беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла спортҡа өҫтөнлөк бирә. Минең өйләнгәнемә алты йыл тулды. Ҡатыным Лилиана менән Константин улыбыҙҙы һәм Теона ҡыҙыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа физик күнегеүҙәр менән теләп мауыға. Уларға яҡшы тәрбиә бирергә тырышабыҙ һәм киләсәктә Бишбүләк районының чемпиондары булырҙар тип ышанабыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

"Ауыл тренеры" программаһы Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башланы. Был программа ауыл райондарында эшләүсе спорт өлкәһендәге белгестәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.  Ауылға йәки ҙур булмаған ҡалаға эшкә килеүсетренерҙарға  1 млн һум аҡса түләнә.  Проект 2020 йылдан эшләй һәм бөгөнгө көндә  Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә индерелгән. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. Ул аҡсаны торлаҡ йәки машина һатып алыуға, йорт төҙөүгә йәки ипотеканы ҡаплауға, уҡыуға түләү өсөн тотонорға мөмкин.

Ата-әсәһенең юлын дауам итә
Ата-әсәһенең юлын дауам итә
Ата-әсәһенең юлын дауам итә
Автор:
Читайте нас: