Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Август 2021, 20:14

Ялған белешмәләр менән һатыу иткәндәр

Өфөлә полицейскийҙар ялған белешмә менән һатыу итеүсе ике кешене ҡулға алған.

Ялған белешмәләр менән һатыу иткәндәр
Ялған белешмәләр менән һатыу иткәндәр

22 йәшлек егет вакцинациянан ҡотолоу мөмкинлеге биргән ялған медицина күрһәтмәһен ике мең һумға һатырға маташҡанда  хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләккән. Ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше асылған.

Ялған белешмә һатыуҙың икенсе осрағы ҡанды антиесемдәргә тикшереү белешмәһе менән бәйле. Экспертиза һөҙөмтәһе буйынса был документтың  ялған булыуы асыҡланған.  Был юлы мутлашыусының 28 йәшлек егет булыуы асыҡланған. Ир ғәйебен таныған. Уларҙың икеһенә лә ике йылға тиклем иректәренән мәхрүм ителеү янай.

belizv-bash.ru

Ялған белешмәләр менән һатыу иткәндәр
Ялған белешмәләр менән һатыу иткәндәр
Автор:
Читайте нас: