Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2021, 11:31

Өфөлә йәш оҫталар йыйыла

Баш ҡалабыҙ «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионатын ҡаршыларға әҙерләнә. Ул 25 августа башлана.

Өфөлә йәш оҫталар йыйыла
Өфөлә йәш оҫталар йыйыла

Иң ҙур делегация Мәскәү ҡалаһынан, 411, Санкт-Петербургтан -  110 кеше килеүе көтөлә. 

Финалда 100-ҙән ашыу һөнәр буйынса ярыш ойошторола. Чемпионатта илдең 75 төбәгенән йыйылған командалар көс һынаша. Улар – ярыштың төбәк этабы еңеүселәре.

Башҡортостан командаһы 500-гә яҡын кешенән тора. Улар 103 төрлө бәйгелә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк. 

Конкурсты асыу тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа үтә. «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионаты барышында популяр башҡарыусы Егор Кридтың сығышы көтөлә. Шулай уҡ дрондар тамашаһы күрһәтеләсәк.

Башинформ. 

 

 

Өфөлә йәш оҫталар йыйыла
Өфөлә йәш оҫталар йыйыла
Автор:
Читайте нас: