Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2021, 18:22

Еңеү яуланылар

Башҡортостандың өс алдынғы вузы – Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты – “Өҫтөнлөк 2030” федераль программаһы сиктәрендә гранттың махсус өлөшөн аласаҡ.

Еңеү яуланылар
Еңеү яуланылар

Башҡортостандың өс алдынғы вузы – Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты – “Өҫтөнлөк 2030” федераль программаһы сиктәрендә гранттың махсус өлөшөн аласаҡ.

Университеттарҙы үҫтереү програмаһын 2 октябрҙә Мәскәүҙә яҡланылар.  Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс һайлауы буйынса өс вуз да “Өҫтөнлөк 2030” программаһы ҡатнашыусыһы булды һәм улар йыл һайын 100 миллион һум кимәлендә төп грант аласаҡ.

Быға өҫтәп Башҡорт дәүләт медицина университеты 2022 йыл аҙағына тиклем - 426 миллион һум, ә Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты – 142-шәр миллион һум аласаҡ.

“Өҫтөнлөк 2030” программаһы грантының махсус өлөшөн илдең 22 төбәгенән 46 университет аласаҡ. 2022 йыл аҙағына тиклем программаны финанслау 47 миллиард һум тәшкил итәсәк.

“Өҫтөнлөк 2030” программаһының маҡсаты – Рәсәй иҡтисадына һәм социаль өлкәгә яңы ғилми белем, технологиялар һәм эшләнмәләр булдырыу буйынса лидер булырҙай университеттар төркөмө булдырыу. Программала ҡатнашҡан вуздар ғилми-тикшеренеү, инновация һәм белем биреү эшмәкәрлегендә иң яҡшы практикалар эшләйәсәк һәм таратасаҡ, Рәсәй төбәктәрендә йәшәү һәм эшләүҙең ылыҡтырғыслығын арттырасаҡ, шул иҫәптән сит ил студенттары һәм ғалимдары өсөн дә.

Фото: "Башинформ". 

Еңеү яуланылар
Еңеү яуланылар
Автор:
Читайте нас: