Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2021, 15:02

Яңы автобустар тапшырылды

"Башавтотранс" яңы автобустар менән тулылана.

Яңы автобустар тапшырылды
Яңы автобустар тапшырылды

Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов «Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының транспорт филиалдарына 30 “НЕФАЗ” автобусының асҡыстарын тапшырҙы. 105 кеше һыйҙырышлы машиналар газ двигателе менән эшләй.  Тахограф, ГЛОНАСС, аппарель  менән йыһазландырылған, инвалид коляскаһына ла урын булдырылған.

Яңы автобустар 51, 51 А (ВАЗ автоүҙәге – Трикотаж фабрикаһы), 69-сы, “Ағиҙел микрорайоны – УМПО), 39-сы ( “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы – Гагарин урамы), 57-се, 57А, 110-сы ( Аэропорт– Өфө) маршруттары  буйынса йөрөйәсәк.

 Быйыл “Башавтотранс” 2,1 млрд һумлыҡ урта һәм ҙур класлы 220 автобус алған.

ye102.ru

Яңы автобустар тапшырылды
Яңы автобустар тапшырылды
Автор:
Читайте нас: