Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2021, 14:52

Дауаханаларға - яңы ашығыс ярҙам машиналары

Автомобиль асҡыстарын республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. п

Дауаханаларға  - яңы ашығыс ярҙам машиналары
Дауаханаларға - яңы ашығыс ярҙам машиналары

Ашығыс ярҙам машиналарын федераль бюджет иҫәбенә алғандар. Улар иң ҡатмарлы юл шарттарында эшләүгә иҫәпләнгән. УАЗдарҙы хеҙмәтләндереүе еңел, улар сыҙамлы, дөрөҫ ҡарағанда, күп йылдар хеҙмәт итергә тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү һәм сирлеләрҙе транспортировкалау өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән автомобилдәрҙе ҡарап сыҡты. Салонда дефибрилляторҙар, электрокардиографтар, портатив пульсоксиметрҙар, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, ҡанда глюкоза концентратын экспресс-үлсәгестәр бар.

– Беҙ республиканың социаль өлкәһе учреждениелары автопаркын даими яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Был — ҡаланың йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, махсус медицина машиналары һәм башҡа техника, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ тапшырған ашығыс ярҙам автомобилдәре – бөтә ерҙә лә йөрөй алған Ульянов автозаводы внедорожниктары, шуға күрә уларҙы башлыса ауыл райондарына ебәрәбеҙ. Улар урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә яҡшы ярҙам булыр тип ышанам.

Яңы техника Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Сибай ҡалалары, Дәүләкән, Белорет, Мәсәғүт, Нуриман, Благовещен, Бөрө үҙәк район дауаханалары автопаркын тулыландырҙы.

Башинформ. 

Дауаханаларға  - яңы ашығыс ярҙам машиналары
Дауаханаларға - яңы ашығыс ярҙам машиналары
Автор:
Читайте нас: