Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2021, 15:56

Автомобиль урлаусыларға суд булған

Енәйәтселәрҙең икәүһе бәлиғ булмаған  

Автомобиль урлаусыларға суд булған
Автомобиль урлаусыларға суд булған

Өфө ҡалаһының Дим районы суды Иглин районының өс кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Былтыр сентябрь айында 25 йәшлек ғәйепләнеүсе бәлиғ булмаған танышына автомобилдәр урларға тәҡдим иткән. Уныһы үҙ сиратында енәйәткә 18 йәше тулмаған дуҫын йәлеп иткән.

“Башинформ" хәбәр итеүенсә, енәйәтселәр үҙ пландарын тормошҡа ашырыу өсөн 2020 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Өфөгә килеп, төндө күп фатирлы йорттар ихатаһында торған автомобилдәрҙең йоҙаҡтарын отвертка ярҙамында асып, ҡыуып алып киткәндәр. Аҙаҡ урланған транспорт сараларын, Силәбе өлкәһенә алып барып, запас частарға һүтеүгә һатҡандар.

Килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 500 мең һумдан артыҡ тәшкил иткән. Хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйептәрен таныған һәм зыяндың бер өлөшөн ҡаплаған. Суд уларҙы 3 йыл һынау срогы менән 2 йыл 4 айҙан алып 3 йылға тиклем шартлы рәүештә иректәренән мәхрүм итеү ҡарары сығарған.

Башинформ. 

Автомобиль урлаусыларға суд булған
Автомобиль урлаусыларға суд булған
Автор:
Читайте нас: