Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2021, 12:02

Табиптар "ҡыҙыл зона"ны ҡарарға саҡыра

Табиптар уларға дауаханаларҙың “ҡыҙыл зона”һын, реанимация һәм моргтарҙы килеп ҡарарға һәм коронавирус менән сирләүсе пациенттарҙы, был аяуһыҙ сирҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡыра.  

Табиптар "ҡыҙыл зона"ны ҡарарға саҡыра
Табиптар "ҡыҙыл зона"ны ҡарарға саҡыра

Рәсәйҙең эре ковид дауаханалары коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялауға кире фекерҙә булған билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, сәйәсмәндәргә һәм башҡа кешеләргә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. Был хатҡа Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Һамар, Сочи ҡалаларындағы дауаханаларҙың баш врачтары ҡултамғаһын ҡуйған.

Табиптар уларға дауаханаларҙың “ҡыҙыл зона”һын, реанимация һәм моргтарҙы килеп ҡарарға һәм коронавирус менән сирләүсе пациенттарҙы, был аяуһыҙ сирҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡыра.

Коллегаларының саҡырыуына Мәскәү өлкәһендә эшләүсе табиптар ҙа ҡушылды. Одинцово өлкә дауаханаһының баш врачы Андрей Фадеев, Одинцово ҡала округында ғына ковид менән ауырыусылар өсөн меңдән ашыу койка-урын булдырылған һәм шул мең ауырыуҙың тик 30-ы ғына прививка эшләткән, тип белдерә. “Йәғни, әлеге мәлдә дауаланыу үтеүселәрҙең 3 проценты ғына вакцина алған кешеләр. Ә ҡалған 97 проценты – прививка эшләтмәгәндәр, улар сирҙе ауыр үткәрә, реанимацияға барып эләгә, яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылғандар”, - ти ул.

Фото: nashpoz.ru

hakmar.ru

Табиптар "ҡыҙыл зона"ны ҡарарға саҡыра
Табиптар "ҡыҙыл зона"ны ҡарарға саҡыра
Автор:
Читайте нас: