Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар , 10:57

Яңы йылдан эш табыуы еңелләшә

Сайт граждандарға эшкә урынлашыу мөмкинлеген киңәйтә.  

Яңы йылдан эш табыуы еңелләшә

Күптән түгел “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законына һәм “Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 21-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закондың граждандарҙы эш менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҡағылған айырым положениелары көсөнә инде.

– Бынан ары хеҙмәткәрҙәре һаны 25 кешенән ашыу булған бөтә власть органдары, дәүләт учреждениелары һәм предприятиелары “Рәсәйҙә эш” берҙәм федераль порталында вакансиялары тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Сайт граждандарға эшкә урынлашыу мөмкинлеген киңәйтә, ә эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙе еңеләйтә. Шунда уҡ бушлай уҡытыу һәм ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә урынлаштырыла. Бөгөн илдәге барлыҡ мәшғүллек хеҙмәттәре лә берҙәм мәғлүмәттәр базаһы менән эшләй.

Республика парламенты спикерының фекеренсә, берҙәм мәғлүмәт ресурсы хеҙмәт мобиллеген һәм сит ил дәғүәселәре алдында рәсәйҙәрҙең конкурентлыҡ ҡеүәһен арттыра.

– Йыш ҡына ике төбәк сигендә йәшәгән кеше эргәлә генә – күрше төбәктә – ҡулай эш булыуы тураһында белмәй. Берҙәм һанлы ресурс был мәсьәләне хәл итә, икенсе ергә күсергә теләгәндәргә эш эҙләүҙе еңеләйтә, – тине Константин Толкачев.

Фото: gorodrabot.ru/news

dairagazite.ru

Яңы йылдан эш табыуы еңелләшә
Автор: