Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2023, 16:38

Яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкселек иткән осорҙа ун йыл район хәкимиәте башлығы булып эшләгән Наил Ғатауллин үҙенең хәтирeләре менән уртаҡлаша

Яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы
Яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы

2023 йылдың 11 ғинуарында киң күңелле, белемле кеше, республикабыҙ hәм илебеҙҙең ысын патриоты, ҙур йәмәғәт эшмәкәре — Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат булды, — ти Наил Ғабдулла улы. — Минең ярты быуатлыҡ хәтирәләрем 1999 йылдан башлана, тап бына шул ваҡытта район хакимиәте башлығы итеп билдәләндем дә инде. Әммә 2000 йылда беренсе тапҡыр «күҙгә-күҙ» осрашырға саҡырылыуым айырыуса иҫтә ҡалған. Өфөгә китеп барам, үҙем саҡырыуҙың сәбәбе тураһында уйлайым hәм, әлбиттә, теләһә ҡайһы кеше кеүек үк, борсолдом. Мин ҡабул итеүгә ғәжәпләндем! Президент галстукһыҙ, ябай күлдәктән ине. Ул яратҡан иҫке күн креслоһынан тороп, иҫәнләшергә ҡаршыға килде, мoғайын, ул креслола Өфө нефть заводының генераль директоры булып етәкселек иткәндә ултырғандыр. Һөйләшеү тормош мәсьәләләре, райондың үҫеш перспективалары hәм барлыҡ тораҡ пункттарның алда торған тулы газификацияһы туарһында барҙы. Нимә килеп сыға, ә нимә әлегә юҡ. Ул саҡта Президенттан атайҙарса наказ алдым,тип ёйтергә була. Күңелгә еңел булып ҡалды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы барлыҡ район хакимиәттәре өсөн асыҡ булды, бер үтенестән дә баш тартманы. Бөгөн хакимиәттең юғары эшелондарында мөнәсәбәттәрҙең шундай формаһы — бик һирәк күренеш. Ул үҙе шылтыратып, райондағы хәлдәр тураһында ҡыҙыҡһынды: яҙғыһын - сәсеү, йәйгеһен— уңыш, ҡышҡыһын — һалҡын ҡарлы осорҙа барлыҡ хужалыҡ эштәре h. б. Уның алдында алдашыу ҡәтғи тыйылды. Дөрөҫөн генә һөйләргә кәрәк ине. Президент аппараты эшләне, hәм уны һандар менән бик яҡшы тәьмин итте.

Шул уҡ йылда район хакимиәтенең йәш башлығы икенсе тапҡыр БР Президенты М.Ғ.Рәхимовтың ҡатыны менән район һабантуйына килеүе тураһында хәбәргә шаҡ ҡатҡан. Шул саҡта көслө ямғырҙар йыш яуған. Юлсылар ҙа билдәләнгән көн алдынан ғына һабантуй яланына юлға ваҡ таш түшәп бөтөргән.

— 7 сәғәт 30 минутта кабинетҡа керҙeм, бик ҡаты телефон шылтырай ине, - тип иҫкә ала Наил Ғатауллин.- Был Мортаза Рәхимов шылтырата ине. Мин уға көслө ямғыр тураһында һөйләп, һабантуй көнөн күсерергә тәҡдим иттeм. Яуап итеп: «Мин бер ҡасан да ҡарарҙарымды үҙгәртмәйем!»,- тигән һүҙҙәрҙе ишеттeм. Бөгөнгө көнгә ҡәҙәр был мөһим сараға килеүҙәре өсөн район халҡына рәхмәтлемен. Халыҡ ямғыр аҫтында сыланып, стена булып баҫып торҙо! Ә президент ҡатыны hәм үҙенең оҙатып йөрөүселәре менән Бишбүләк бысрағын тапап йөрөнө. Бындай хәлде оноторлыҡ түгел! Икенсе көндә ҡунаҡтар инде башҡа районда ине. Унда һабантуйға кеше күп килмәгән. Ә Мортаза Ғөбәйҙулла төрлө кәңәшмәләрҙә бишбүләктәрҙең ныҡлылығы тураһында бик оҙаҡ һоҡланып һөйләне. Бәлки шуға күрә ул беҙҙең районға hәм уның халҡына ҡарата ихтирам күрһәтеп, газ үткәреү һәм күперҙәр төҙөлөшөнөң көсөргәнешле осорон хәл итеүгә ҡыҫҡа итеп: «Эйе!», — тине. Ун йыл эсендә республика бюджеты иҫәбенә беҙҙә 1500 шәхси йортҡа hәм 50-нән ашыу ойошмаға газ үткәрелде. Районда күперҙәр проблемаһы киҫкен торҙо. Улар туҙған, йәиһә бөтөнләй юҡ ине. Һәм, был осорҙа 20 заманса тимер-бетон күпер төҙөлдө!

Владимир СМОЛОВ.

Мәҡәләнең тулы ваиантын “Яҡты юлдан” гәзиндә уҡығыҙ.

Яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы
Яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы
Автор:
Читайте нас: